(Л. Фәйезова, "Мәктәп ниңә ябыла?", 2012 йыл, 23 август)
Хат авторы Туймазы районындағы Балтай ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбен былтыр башланғысҡа әйләндереүҙәре хаҡында яҙғайны.
Мәсьәләне иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ. "...Уҡыусыларыбыҙ иртүк мәктәпкә барырға тип, төрлө һауа шарттарында урамда машина көтөп тора. Ауылыбыҙға автобус йөрөмәй, оло юлға ҡәҙәр — туғыҙ саҡрым, унда асфальт түшәлмәгән.
...Бер мәл йән өшөткөс күренешкә тап булдым: бер уҡыусым, битен ҡулдары менән ҡаплап, урман юлынан китеп бара. Күрше ауылға йәйәү сығырға булған. "Машина көтөп өшөп бөттөм, ә бөгөн контроль эш булырға тейеш", — тине ул. Баланы өйөнә кире алып барҙыҡ — бите өшөгән ине..." — тип әрнеп яҙғайны автор.
Хатҡа Туймазы районы хакимиәтенән яуап алдыҡ. "Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбенең филиалы — Балтай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең статусын үҙгәртеү ил ҡануниәтенә — Рәсәй Федерацияһының Граждандар кодексына, "Мәғариф тураһында"ғы Федераль законға ярашлы башҡарылды, — тиелә унда. — Ҡарарҙы ҡабул итер алдынан мәсьәлә эксперт комиссияһы тарафынан өйрәнелде, һығымта яһалды һәм ҡулайлаштырыу планының проекты төҙөлдө".
Артабан Балтай мәктәбенең статусын үҙгәртеүҙең сәбәптәре — уҡыусыларҙың аҙлығы, белгестәрҙең етмәүе, иҡтисади торош — һаналып китә, уҡыу йортоноң әлеге хәле һәм киләсәктә күҙалланған һандар таблицаларҙа күрһәтелә.
"Ә Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбендә яҡшы белем алыу өсөн бөтөн шарттар ҙа бар, — тиелә хатта. — Уҡыу йортоноң интернатында ла йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырылған". Әммә, ниңәлер, автобус тураһында һүҙ юҡ. Әле Балтай мәктәбе башланғыс мәктәп статусында эшләй.
Баҫмаға Д. ИШМОРАТОВА әҙерләне.