Кеше һәм уның раббыһы21.12.2012
Бәндә өсөн иң ҙур хазина — үҙенең раббыһын таный белеүе.
Аллаһты, Уның Китабын, кешеләргә рәхмәт, мәрхәмәт-шәфҡәт булһын тип ебәргән илсеһен, Ҡөрьән менән килгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм аша тапшырылған хөкөмдәрен, бойороуҙарын һәм тыйыуҙарын ҡабул итеү, тормошта ҡулланыу.
"Иман килтереп, игелекле ғәмәлдәр менән йәшәй башлағандарға, әгәр ҙә улар Аллаһтың берлегенә инанып, изгелектәрен дауам итһә, тәҡүәлек һәм иманын һаҡлап ҡалһа, элек эшләгән насарлыҡтары, тыйылғандарҙы ашап-эсеп йөрөгәндәре өсөн гонаһ юҡ. Аллаһ игелекле кешеләрҙе һөйә".

"Маиҙә", "Аш табыны" сүрәһе, 93-сө аят.

"Иман килтереп", "инанып" һәм "ғәмәлүс-салихәт" — изге ғәмәлдәр менән йәшәгәндәр тигән һүҙҙәрҙең өс тапҡыр ҡабатланыуында ҙур мәғәнә бар, бәндәнең үҙендә өс төрлө вазифа булыуын бер ҡасан да онотмаҫҡа тейешлеге хаҡында хәтеренә төшөрә.
Улар — Аллаһ һәм кешеләр алдында, нәфсең ҡаршында яуаплы булырға тейешлегең тураһында вазифа.
"Әйт, — тип нәсихәт бирә Аллаһ үҙ илсеһенә. — Әшәке нәмәнең үтә күп булыуы таң ҡалдырһа ла, пак менән нәжес, хаҡ менән ялған бер ваҡытта ла тигеҙ булмаҫ. Эй, аҡылы булған бәндәләр, Аллаһтан ҡурҡа белегеҙ. Шул ваҡытта, бәлки, өҫтөнлөк табырһығыҙ".

Шул уҡ сүрә, 100-сө аят.

Ғалимдар ғүмер буйы өйрәтеп килә: "пак" менән "нәжес" тигән төшөнсәләр бөтөн кешеләргә, уларҙың әҙәбенә, мал-мөлкәтенә, килер кеременә, кейер кейеменә, ашар ашына, эсәр һыуына, йәшәү рәүешенә ҡағыла.
Бөтә нәмә алдашыуға ҡорола башлаған беҙҙең заман өсөн был хөкөмдәр бигерәк тә мөһим.
Аллаһты таныу ғилеменә эйә кеше Уның үҙ ризалығына лайыҡ булып, ҡулынан да, теленән дә бер кем зыян күрмәҫлек итеп йәшәй белә. Хикмәтле был фекерҙе беҙгә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе әйтеп ҡалдырған.
Аллаһ беҙҙе яралтып бар иткән, үҙебеҙгә етерлек йәшәү сығанаҡтарын биргән, тәрбиәһенән, хәстәрлегенән мәхрүм ҡалдырмаған. Күңелебеҙҙе иман нуры менән тултырған, ғибәҙәт һәм тереклек өсөн тәнебеҙгә көс-ҡеүәт, игелекле юлдарға ғына файҙаланып өлгөрөү өсөн ғүмер биргән.
"Иманлы кешеләрҙе һәм ғилеме булғандарҙы Аллаһ төрлө дәрәжәгә күтәрә".
"Мөжәдәлә", "Һүҙ көрәштереү" сүрәһе, 11-се аят.

(Сәләх Суҡбаев менән Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулланың "Дин ул — нәсихәт" тигән китабынан).


Вернуться назад