Тәмле булһын21.12.2012
Тәмле булһынБаланлы бәлеш

Ҡамыр:
0,5 л һөт,
150 г аҡ май,
1 йомортҡа,
2 стакан он,
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
0,5 сәй ҡалағы сода,
0,5 сәй ҡалағы тоҙ.
500-550 г балан.

1 йомортҡа — бәлеш өҫтө өсөн,
1 сәй ҡалағы май — таба майлар өсөн,
4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
1 сәй ҡалағы крахмал.

Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды һәйбәтләп йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал һалығыҙ. Ҡамырҙы икегә бүлергә, бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙы 5–7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөнә икенсе йәймәне ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ, шул уҡ ҡамырҙан өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә 20–25 минутҡа ҡуйығыҙ. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.

Тәмле булһынЭсәк-ҡарынлы бәлеш

Ҡамыры:
500 г он,
3/4 стакан һөт,
2 аш ҡалағы һары май,
1 йомортҡа,
0,5 аш ҡалағы аҡ май,
Бәлеш эсе:
700 г эсәк,
700 г бәрәңге һәм 300 г ярма,
100 г һуған,
1 аш ҡалағы тоҙ, борос, лавр япрағы.

Һыйыр йәки ат эсәктәрен һәм ҡартаһын ныҡлап йыуығыҙ ҙа 30–40 см оҙонлоҡта ҡырҡығыҙ. Һәр киҫәген һыуыҡ һыуҙа тиҫкәрегә әйләндереп (сыбыҡ менән йәки нәҙек уҡлау менән) сайҡатып, һыуын алмаштыра-алмаштыра 8–12 сәғәт ебетегеҙ. Һуңынан эҫе һыу менән бешереп, лайлаһын таҙартығыҙ ҙа бер нисә тапҡыр сайҡатығыҙ. Әҙерләнгән эсәктәрҙе 1–1,5 см киңлегендә турағыҙ. Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Эсәктәргә туралған һуған, бәрәңге йәки алдан бер аҙ бешерелгән ярма, тоҙ, борос ҡушығыҙ. Ҡамырҙы икегә бүлегеҙ. Уның ҙур киҫәген, 5–7 мм ҡалынлығында йәйеп, майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә әҙер эслекте һалығыҙ ҙа өҫтөн икенсеһе менән ҡаплағыҙ һәм, аҫтағы ҡамыр менән берләштереп, ситтәрен йәбештереп үрегеҙ.
Бәлеште 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30–40 минут бешерегеҙ.

Консерваланған ит


Итте һөйәгенән айырып алғас, артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы һалып, бөтәһен бергә ҡушып әҙерләп ҡуйығыҙ. Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ. 10 минут парҙа тотоғоҙ. Әҙерләнгән итте банкаларға бүлеп һалығыҙ һәм ҡапҡастар менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.
Кәстрүлгә һалҡын һыу һалығыҙ ҙа шунда уларҙы теҙеп ултыртығыҙ (тик һыу банкаларҙың өҫтөнә сыҡмаһын, эсенә инмәһен) һәм утҡа ҡуйығыҙ. Иткә һыу һалырға ярамай, ул быҡтырыла. Бешеп сыҡҡас, банкаларҙы һыуытығыҙ ҙа, ҡапҡастарын ныҡлап ябығыҙ. Әҙер итте һалҡын ерҙә һаҡларға кәрәк.


Вернуться назад