Балалар һөйләй21.12.2012
Ейәнемде балалар баҡсаһына йөрөтә башланылар.
Бөгөн беҙгә килгәс, олатаһы менән баҡса тураһында һорашырға тотондоҡ.
– Оҡшамай, – ти. – Унда мине бер малай ҡыйырһыта, һуға.
Олатаһы:
– Һин бит егет кеше, үҙең башлап һуҡма, әммә һуҡһалар – сдача бир!
– Нисек бирәйем мин уға сдачаны, минең бит аҡсам юҡ!

***
Асман сумканың крокодил тиреһенән тегелгәнен белгәс:
– Тиреһен һалдырғас, яланғас йөрөймө инде хәҙер? – тип һорай.

***
Ейәнем Асман дуҫтарының исемен яҙа. «Тимофе» тигән дә тамамлаған береһен.
– Бер хәрефең етмәй, – тим. – Ул бит Тимофей-й-й.
– Ә-ә, «и» хәрефеме ни, теге, башына телефон ҡуйылғанымы?

***
Мәктәптә практика үтеп йөрөйөм. Баҡса темаһына дәрес үткәрәм. Таҡтаға кәрәкле һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙым. Уҡытыусы партаға йығылып көлә башланы бер мәл. Шунан саҡырып алды ла:
– Нимә яҙғаныңды уҡы әле, – ти.
Ҡаушауҙан күҙ ҙә күрмәй башлағандыр инде:
– Баҡса еләге, – тим.
Ҡат-ҡат уҡығас ҡына, «с» хәрефе төшөп ҡалғанын абайланым!

***
4 йәшлек Асман кәкре-бөкрө булып кипкән тамыр киҫәге күрһәтә.
– Өләсәй, мин селәүсенгә һәйкәл таптым.
***
Үзбәкстандан дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа килеп төштө. Асман улар менән әңгәмә ҡорорға әүәҫләнеп алды. Бер көн йәнә һорауҙарын яуҙыра башланы:
– Ҡаһрамон ағай, һин себендән ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ.
– Ә серәкәйҙән?
– Юҡ.
– Ә һағыҙаҡтан?
– Юҡ.
– Ә бал ҡортонан?
– Юҡ.
– Ә ҡуңыҙҙан?
– Юҡ.
– Ә нимәнән ҡурҡаһың һуң?
– Полицайҙарҙан.
– Ундай бөжәк булмай ул, Ҡаһрамон ағай.

***
– Өләсәй, тауыҡ бит хайуан, ивет? – тип һорай Асман.
– Эйе, хайуан.
– Тауыҡ ите ашайбыҙ бит, тимәк, хайуан ите ашайбыҙ булып сыға. Ә ниңә ашайбыҙ уны?
– Ит кәрәк бит беҙгә.
– Беҙ ҙә гепард кеүек йыртҡыс икән…

***
Рифҡәт ҡәйнешем беренсегә һабаҡҡа төшкән көндә атаһы менән мәктәптән ҡайтып килә:
– Атай, үәт шәп байрам булды. Иртәгә баҡсала һөйләйем инде.
– Улым, һин иртәгә лә мәктәпкә бараһың бит.
– Әтеү иртәнән һуң.
– Юҡ, улым, һин хәҙер гел мәктәпкә генә йөрөйәсәкһең, баҡсаны тамамланың бит инде. 10 йыл уҡырға кәрәк.
– Уны ниңә алдан әйтмәнең инде… Мин балалар баҡсаһын тамамламаҫ инем, – тип илап ебәрә.

Гүзәл СИТДИҠОВА
яҙып алды.


Вернуться назад