Бер тонна сеймалды юҡ итәсәктәр10.12.2011
Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхознадзор идаралығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан таможняһы менән берлектә бер тонна техник желатин әйләнештән алынған.
Желатинды Ҡытайҙа етештергәндәр һәм тимер юлы аша килтергәндәр. Арест һалыуҙың сәбәбе – ситтән сеймал индергәндә ветеринария ҡануниәтен боҙоу. Законһыҙ сеймал юҡ ителәсәк.