"Сәхрәләргә сығып әйләнәйем..."21.12.2012
"Сәхрәләргә сығып әйләнәйем..."Илле йыллап ғүмер уҙғас, Ҡырҙас ауылында үҙем ҡасандыр, бәләкәй сағымда яҡын күргән кешеләремде осратыу, бигерәген дә уларҙы бығаса белмәгән юҫыҡта асыу ғәжәйеп тә, күңелле лә хәл булды. Тәүге уҡытыусыларымдың береһе Дауыт ағай Йосопов дин юлына баҫҡан, халыҡты иманға әйҙәй, аҡыллы вәғәздәре менән күңелдәргә яҡтылыҡ, өмөт өҫтәй, ә уның тормош алиһәһе Бибиямал апай, дин тотоу өҫтөнә, шиғырҙар ижад итә, халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡыларын өйрәнә.

Шиғырҙар ижад итә, тим, сөнки Бибиямал апайҙың яҙғандары — өлгөрөп еткән ижад емештәре. Үҙ ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла ҡәләм тибрәтеп ҡарамағандар һирәктер, күп кенә апай-ағайҙарыбыҙ һуңынан да кисерештәрен рифма-ритмға һалыуын дауам итә, ябай һүҙ теҙмәләрен шиғри әҫәргә тиңләп, баҫтырып сығарырға маташа. Бибиямал апайҙың улар менән һис бер уртаҡлығы юҡ. Һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә уҡыным уның әҫәрҙәрен.
"Ғүмер бит ул шаулап-гөрләп,
Ағып ятҡан шишмә кеүек,
Ҡайһы ере шаршы уның,
Бәғзе ере күлдәр кеүек.
Быуып ҡуя уйламай ҙа
Кәртә ҡороп юлдарыңа.
Ғүмер үтә, кәртәләрҙе
Алып ташлап ярҙарына", —
был юлдарҙы уҡыйһың да уйға ҡалаһың: ысынлап та, йәшәйеш ҡаршылыҡтарға ҡоролмағанмы ни?!
Ә Бибиямал апай менән Дауыт ағайҙың тормошо ла әлеге ауырлыҡтарҙы, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы еңә барыу түгелме?! Егерме биш йәше лә тулмаҫ элек фалиж һуҡҡан Дауыт ағай уҡытыусы стажын өҙмәҫ өсөн генә Ҡырҙас урта мәктәбендә көнөнә берәр сәғәт дәрес алып бара. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп дүртенсе курста уҡып йөрөгән йәш уҡытыусы бары тик алты йылдан һуң ғына уҡыуын тамамлап ҡуя. Ҡаты сиргә юлыҡҡанда тәүге балаларына ни бары ике йәш була. Бибиямалының мөхәббәте, ярҙамы аяҡҡа баҫтыра уны.
— Үләм тип башыңа ла алма, балаңа атай кәрәк. Һин йүнәлергә тейешһең! — тип өгөтләй ҙә, бәғзе мәлдә ҡәтғиерәк тауыш менән ошо фекерҙе көн дә тиерлек мейеһенә һеңдерә бара ул иренең.
Көндән-көнгә, айҙан-айға күнекмәләр яһау, велосипедта йөрөү үҙенекен итә: Дауыт Искәнйәр улы аяҡҡа баҫа. Ай-һай, әйтеүҙәре генә еңел, аяҡҡа баҫа, тип. Ошондай уҡ сиргә юлыҡҡандар ғына бының ауырлығын белә торғандыр.
Балалар ишәйә, уларҙы үҫтереү өсөн күпме көс һалынғандыр. Нахаҡ һүҙҙәр йәнде ҡыя, сибәр, егәрле Бибиямал апайҙың һәр аҙымын күҙәтеп-үлсәп кенә торалар. Тик ҡайғы-хәсрәттең ауырҙан да ауырырағы алда көтөп торған икән әле: өйләнеп, инде атай булғас, улдары Ильяс яҡты донъянан китеп бара.
"Кем булһа ла үтеп барһа,
Күҙ ҡарашым шуға һалам,
Һинме, тиеп, ҡарап торам,
Ҡайтып киләме, тип, балам..."
Күргәндәргә сабырлыҡ бирһен, күрмәгәндәргә күрһәтмәһен Хоҙай бындай ҡайғыларҙы...
Иҫәндәре хаҡына йәшәргә кәрәк, Дауыты ла уның ярҙамына мохтаж.
"Ер йөҙөнә аҡ нурҙарын һирпеп,
Таң йылмайып, төн пәрҙәһен асһа,
Бит-ҡулымды йыуып, ғөсөлләнеп,
Бисмиллалап намаҙлыҡҡа баҫам.
Асмандарға ашһын изге доғам,
Ишетелһен Хоҙай тәхетенә.
Изге теләктәрем ҡабул булһын
Илем, халҡым, балам бәхетенә".
Бибиямал апайға ҡарайым да тәрән уйҙарға ҡалам. Атаһы Шакирйән олатай хайран ҡалырлыҡ яҙмыш кисергән кеше ине. Йор һүҙле сәсән хаҡында мәҡәлә лә яҙғайным. Баҫҡан ерендә осҡон сәсрәткән олатай ҡыҙында эшһөйәрлек, тәүәккәллек, үткерлек тәрбиәләгән. Маңлайҙарына тәрән һырҙар һалған, ҡап-ҡара сәстәренә аҡ юлаҡтар төшөргән ауырлыҡтарға баш эйеп йәшәмәй Бибиямал апай — шуныһы ҡыуаныслы. Бала сағы, йәшлеге ауыр йылдарға тура килмәһә, артабан да яҙмыш ҡат-ҡат һынамаһа, ул, моғайын, уҡыған, әллә ниндәй бейеклектәргә өлгәшкән булыр ине.
"Елдәр, елдәр, тынығыҙсы,
Иҫегеҙсе саҡ ҡына;
Күңелем яраларына
Ҡағылығыҙ һаҡ ҡына.
Һеҙ шашһағыҙ, мин дә шашам,
Йөрәктә ҡуба дауыл.
Дауыл ҡупҡан йөрәгемде
Йүгәнләп тороу ауыр.
Әйҙә, шашығыҙ, елдәрем,
Тулығыҙ ҡуйыныма;
Мин дә ҡушылып китәйем
Елбәгәй уйыныңа...
...Елдәр, елдәр, шашып-ярһып
Һис туҡтамай иҫегеҙ;
Йәшлегемде тап итһәгеҙ,
Минән сәләм илтегеҙ".
Тормош, тормош... Әселәрҙән-әсе һағыштары, атлар юлдарыңа кәртә булып ятҡан ҡыйынлығы өсөн дә, бәлки, шулай ҡәҙерлелер, кем белә. Өмөттәрең дә һүнеп-һүрелгән мәлдәр була, яҡыныңа ҡарата үпкә һүҙҙәре лә күбәйеп китә.
"Ҡабатланмаҫ йәшлегемдең таңдарында
Йөрәгемдә һөйөү уты ҡабыҙғайның;
Һинең өсөн күккә менеп, ергә төшөп,
Һуҡырҙарса бер ни күрмәй табынғайным.
Мөхәббәттән бөтә донъя балҡый ине,
Ҡоштар һайрай, гөлдәр нурын һибә ине.
Нахаҡ һүҙҙән янды ғәләм, көлгә ҡалды,
Тәнгенәмдән бары һалҡын шәүлә ҡалды.
Күҙ алдымды ҡаплап алды һоро томан,
Мин табынған мөхәббәтем ҡайҙа булған?
Һөйөү менән баҡҡан күҙгә көлдәр һибеп,
Ҡайындарға ҡойондороп, ары уҙған.
...Бәхет күлдәрендә йөҙөр мәлдәреңдә
Алдың уны теләнселәп үтенескә.
Үҙең ҡорған боҙ диуарҙың ипкенендә
Һинең дә бит үтте ғүмерең үкенескә".
Әммә барыһын да мөхәббәт еңә, ғәфү итә, йәшәтә.
Былтыр Бибиямал Йосопованың "Йәшлегемде һағынам" исемле шиғырҙар йыйынтығы үҙнәшер менән донъя күрҙе. Унда тыуған ергә, балалыҡ йылдарына, балаларына, ауылдаштарына, иренә бағышлап яҙған шиғырҙары тупланған. Әҫәрҙәрҙе уҡыйһың да күҙ алдына ғорур, шул уҡ ваҡытта күңел ҡылдары һәр ишараға, һәр күренешкә тетрәнеп торған нескә, һиҙгер башҡорт ҡатыны килеп баҫа.
Инде балалары үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫып, матур ғаилә ҡорған Бибиямал менән Дауыт Йосоповтарҙың. Уларҙың нигеҙ йортҡа ҡайтыуы һәр ваҡыт оло байрамға — күңел байрамына әүерелә. Бибиямал апайҙың тәүге китабының исем туйында Яҡут яҡтарында эшләп йөрөгән улдары Илшаттың әсәһенә сәскә гөлләмәһе менән зөбәржәт ҡашлы йөҙөк бүләк итеп, инде ярты быуаттан ашыу иңгә-иң терәп, тормош юлдарынан бергә атлаған ата-әсәһенә иң йылы теләктәр еткереүе шағирәнең күңел ҡылдарын йәнә лә тибрәтеп ебәрҙе: яҙыласаҡ шиғырҙары бар әле уның...
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад