Әхирәтем кейәүгә сығып, Салауат районының Арҡауыл ауылында төпләнде. Ауыл ситендә шыңғырҙап торған ҡарағайҙан һалынған күркәм йорт эргәһенән үткәндә, икебеҙ ҙә һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ. Беренсенән, хужа кеше уны шундай оҫта итеп күтәргән, бар йәһәттән уңайлы. Икенсенән, баҡсаһы, тәҙрә төптәре гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Үҙем дә сәскә үҫтереүгә әүәҫ булғас, шунда "Кейәү менән кәләш" гөлөн күреп, "ҡайһылай матур!" тип "ах" иттем. Әхирәтем иһә, ошо сәбәпте һылтау итеп, йорттоң хужалары менән таныштырҙы. Розалия апай шунда уҡ ике гөл бүләк итте. Тышта ҡар яуҙы, ә тәҙрә төбөндә йәйҙең сағыу иҫтәлеге булып теге гөлдәр сәскә ата…
Розалия менән Илдар Һаҙыевтар студент саҡта уҡ Өфөлә танышҡан. Ҡулдарына диплом алыу менән тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр. Розалия апайҙың "Йәйғор" балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгәненә 30 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Быйылдан ул хаҡлы ялда. Шуға ла хәҙер иң яратҡан шөғөлөнә — гөл тәрбиәләүгә күберәк ваҡыт бүлә. Уңған хужабикәнең 170 төп гөлө бар. Уларҙың араһында "ветеран"дар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, драцена, пальма, үрмәлегөлдәр 15 йылдан ашыу үҫә икән.
— Бала саҡтан гөл яраттым. Өләсәйем Зиннәтелмаһуа уңған кеше булды. Ниндәй генә гөлө юҡ ине уның! Шөғөлгә һөйөү унан күскәндер. Быйыл, әҙерәк ҡул бушағас, гөлдәремдең һанын 200-гә еткерергә уй бар. Һирәк осрай торған, күберәк иғтибар талап иткәндәре оҡшай. Әле орхидеялар үрсетеү менән шөғөлләнә башланым. Улар ныҡ иркә. Шулай ҙа ниндәй генә гөлдө алма — үҫемлек бит ул! Туғандарым, таныштарым да шөғөлөмдө белеп, ситтән сәскәләр алып ҡайтып бирә. Мәҫәлән, ҡыҙым Төркиәгә барғанда, урамда үҫеп ултырған бер үҫемлектең ботағын һындырып алып ҡайтҡан. Тәүҙә ауырып ултырҙы ла хәҙер гөрләп сәскә ата. Гөлдәремде бер ваҡытта ла йәлләмәйем, тупһа ашатлап ингән кешегә ниндәйе оҡшай, һауыты менән биреп ебәрәм, – тип һөйләй алсаҡ Розалия апай.
Уның тормошҡа булған һөйөүе, һәр эште аңлата алмаҫлыҡ кинәнес менән башҡарыуына һоҡланып ҡарап ултырҙым. Хатта ҡоймаҡты ла күңел кинәнесе менән ҡоя ул. Шуға ла улар телеңде йоторлоҡ тәмле, ҡояш һымаҡ түп-түңәрәк, һап-һары булып бешеп сығалыр.
— Ауылда йәшәүе үҙе бер кинәнес. Газ, һыу үткән. Көн дә мунса яғабыҙ. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайбыҙ. Иртә яҙҙан йөҙләгән тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ себеше алып үҫтерәм. Шуға ла ауылда мул тормошта йәшәргә була, ҡулыңдан ғына килһен тигән фекерҙәмен, – ти Розалия апай. Беҙ аралашҡан арала Илдар ағай солан тәҙрәләрен алмаштыра ине. Был парҙың ҡауышыуына быйыл 37 йыл тулған. Лариса, Лена ҡыҙҙарын, Илгиз исемле ул үҫтереп, башлы-күҙле иткәндәр. Ейән-ейәнсәрҙәре Дарина, Дамир, Линара, Арсен “олатай-өләсәй” тип өҙөлөп тора, каникул башланыу менән уларҙың янына ашҡына. "Татыу ғаилә ҡороуҙың сере нимәлә?" – тип һорайым Розалия апайҙан. "Ҡатын-ҡыҙҙың түҙемлеге — ғаиләнең ныҡлы нигеҙе ул", – ти сабыр, эшһөйәр ҡатын.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.