Еңеүсене путевка көтә!21.12.2012
2013 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға бер нисә генә көн ҡалды. “Башҡортостан”ға яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Беҙгә квитанция күсермәһен һалып ебәргәндәр “Башҡортса дини календарь” ала. Ошо уҡ квитанциялар буйынса йәрәбә менән бүләктәр уйнатыласаҡ. Бүләктәр тос: сәй сервизы, картина һәм электр техникаһы — бырау, үтек, сәйнүк.
* * *
“Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” бәйгеһенә лә йомғаҡ яһарға йыйынабыҙ. Тотош коллектив менән яҙылған мәктәп йә ойошмаларҙан үҙҙәре тураһында мәғлүмәт менән квитанциялар күсермәһен редакцияға тиҙерәк ебәреп бөтөүҙәрен һорайбыҙ. Төп бүләк — Октябрьский ҡалаһындағы “Бодрость” шифаханаһына бер путевка, икенсе бүләк — принтер, өсөнсөһө — спорт кәрәк-ярағы.
Почта бүлексәләренә ашығығыҙ!
Хөрмәтле уҡыусыбыҙ!
Туған-тыумасағыҙға, дуҫтарығыҙға, күршеләрегеҙгә атап Яңы йылға ниндәй бүләк әҙерләргә булдығыҙ?
Беҙҙең кәңәш: “Башҡортостан” гәзите — рухи хазина — иң шәп, иң мәртәбәле бүләк буласаҡ. Бының өсөн ошо абонемент бланкын тултырып, почта бүлексәһенә йәки хат ташыусыға мөрәжәғәт итегеҙ!