Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө21.12.2012
Өләсәйем Нәғимә Фәтих ҡыҙы менән олатайым Мәсхүд Шәйхезаман улы Ғәлиевтәрҙең уртаҡ тормош ҡороуона — 44 йыл. Улар биш балаға ғүмер биргән. Атай-әсәйҙәре үрнәгендә үҫкән ҡыҙ һәм улдарының барыһы ла юғары белемле, ғаиләле.
Өләсәйем менән олатайым үҙ көсө менән йорт тергеҙеп, матур донъя көтә. Баҡсаларында ниндәй генә емеш үҫмәй ҙә сәскәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ. Ейәндәрен тәрбиәләргә лә ваҡыт табалар. Беҙ йорттарында һәр ваҡыт ҡәҙерле ҡунаҡ. Барыбыҙға ла һөйөүҙәрен тигеҙ өләшәләр.
Олатай менән өләсәйҙең ярты һүҙҙән аңлашып, бер-береһенә терәк һәм таяныс булып йәшәүенә һоҡланабыҙ. Ҡәҙерле кешеләребеҙ Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалына лайыҡ булды.
Айһылыу ҒӘЛИЕВА,
Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның VI класс уҡыусыһы.
Илеш районы.


Вернуться назад