Ете тарафтан ете хәбәр21.12.2012
Иман нурын тарата

Күптән түгел Ҡотан ауылында иман йорто үҙ ишектәрен асты.
Имам-хатибы Исрафил хәҙрәт Хөснөтдинов әйтеүенсә, мәсет төҙөү тураһындағы ҡарар 2006 йылда уҡ ҡабул ителгән. Изге эште башлап ебәреүҙә Ғәҙелгәрәй ауылының имам-хатибы Фәрит хәҙрәт изге кәңәштәре менән ярҙам итһә, иман йортон төҙөүҙә Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәфҡәт Ырыҫбаевтың индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Төҙөү эше хужалыҡ бригадиры Ильяс Хөснөтдинов етәкселегендәге ауылдаштар иңенә төштө. Эшҡыуарҙарҙың матди ярҙамы тос булған, халыҡ та хәленән килгәнсә иман йортон сафҡа индереүгә үҙ өлөшөн индергән.
“Таң”, Бөрйән районы.


Бер шешә өсөн кеше ғүмерен дә аямайҙар…

Салауат районында быйылғы 11 айҙа 322 енәйәт теркәлгән, былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда, был 76-ға аҙыраҡ.
Уның ҡарауы, бәлиғ булмағандар араһында енәйәт ҡылыусылар артҡан. Ошо осорҙа һигеҙ кешенең ғүмере енәйәтсе ҡулынан өҙөлгән, былтырғы менән сағыштырғанда, ул етәүгә (!) күберәк. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе – эскелек, эшһеҙлек.
“Йүрүҙән”.


Саралар күрелде

Ҡыйғы районы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, быйыл төбәктә коррупцияға бәйле 100-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән.
Һәр ҡайһыһына ҡарата саралар күрелгән: законһыҙ хоҡуҡи акттар кире ҡағылған (был күренеш бигерәк тә муниципаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә йыш осрай), ғәйеплеләргә ҡарата административ һәм енәйәт эше асылған. 26 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
“Беҙҙең Ҡыйғы”.


Сират юҡ

Авдон ауылындағы участка дауаханаһына көн һайын йөҙләгән кеше мөрәжәғәт итә, бында эргәләге Мармылево, Йоматау, Жуково, Сергеевка ауылдарының кешеләрен дә хеҙмәтләндерәләр.
Урындағы халыҡ, быға тиклем белгестәр етмәү сәбәпле, учреждениела оҙон сират хасил була торғайны, ти. Хәҙер иһә, “Ауыл табибы” федераль программаһы буйынса алты йәш табиб эш башлағандан һуң, сират күпкә кәмегән. Педиатр, гинеколог, хирург һәм өс терапевт пациенттарҙы ярты йылдан ашыу ҡабул итә. Быға тиклем иһә Авдон дауаханаһында белгестәр етмәгән.
“Өфө үҙәндәре”.


Әүҙемдәр – донъя тотҡаһы

Лариса Икрянникова төрлө етәксе вазифаларҙа эшләгән, Нефтекама ҡалаһындағы “Искож” заводы директоры ла булған.
Хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған ауылы Бәләкәй Ҡуразға ҡайтып төпләнгән. Булдыҡлы, эшлекле ҡатын ауылдаштарының проблемаларына күҙ йомоп ҡала алмаған, әүҙем йәмәғәтселек эшенә тотонған – уны ауылдың старостаһы итеп һайлағандар. Лариса Геннадьевна тырышлығы менән ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелә башлаған: әлегә 53 йорттоң 34-енә торба һуҙылған, газ ҡаҙандары ҡуйылған. Был ғәмәл тормошҡа ашһын өсөн староста юғарылағы инстанцияларға йөҙәрләгән хат яҙырға мәжбүр булған. Бәләкәй Ҡуразда Яңы йылды “зәңгәр яғыулыҡ” менән йылытылған өйҙәрҙә ҡаршыларға өмөтләнәләр.
“Ҡалтасы таңдары”.


Шыршыны үҙебеҙ биҙәйбеҙ!

Ағиҙелдәр Яңы йыл байрамын ҡаршы алырға әүҙем әҙерләнә.
Төп майҙандағы боҙ ҡаласығын Нефтекама эшҡыуары төҙөйәсәк – ул махсус конкурста еңгән. Был маҡсатҡа ҡала ҡаҙнаһынан 350 мең һум аҡса бүленә. Ҡаланың төп шыршыһын, ғәҙәттәгесә, ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар биҙәйәсәк. Ижад емештәрен шыршы биҙәге итеп күрергә теләгәндәр 24 декабргә тиклем “Ҡышҡы әкиәт” бәйгеһендә ҡатнаша ала. Ҡағыҙҙан, ҡатырғанан, пластиктан, тауарҙан яһалған иң матур, сағыу өлгөләрҙе Балалар сәнғәт мәктәбе коллективынан торған жюри һайлап аласаҡ.
“Огни Агидели”.


Йәркәйҙәр һынатманы

Үрге Йәркәй ауылындағы 1-се балалар-үҫмерҙәр мәктәбенең Рәмзиә Шәйхелисламова етәкселек иткән волейболсылар төркөмө күптән түгел Татарстанда үткән бәйгелә уңышлы сығыш яһаны.
Күрше республиканың Мөслим районында республиканың йәштәр эше, спорт һәм туризм министры кубогына ҡатын-ҡыҙ командалары көс һынашты. Бәйгелә илештәр өсөнсө урын яуланы, кубок һәм миҙал алып ҡайтты. Был – спортты үҙ иткән гүзәл заттарҙың тырышлығы һәм күнекмәләргә яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһе.
“Маяҡ”, Илеш районы.


Вернуться назад