Ярҙамға һәр кем иҫәп тота аласаҡ10.12.2011
Илдә юристарҙың һәм юридик хеҙмәттәрҙең артыуына ҡарамаҫтан, халыҡ араһында үҙ хоҡуҡтарын белмәүселәр, ошоноң арҡаһында ауыр хәлгә тарыусылар бихисап. Юрист яллау, уларҙы табып, консультация алыу ҙа һәр кемдең ҡулынан килмәй, сөнки был кеҫәгә ныҡ ҡына һуға. Ошоларҙы иҫәпкә алып булдырылған “Түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Федераль закон ғинуарҙа үҙ көсөнә инәсәк. Документ Рәсәй граждандарының бушлай хоҡуҡи консультация алыу мөмкинлектәрен гарантиялай һәм был ярҙамды күрһәтеү ҡағиҙәләрен билдәләй.
Әйтергә кәрәк, халыҡҡа бушлай юридик булышлыҡ күрһәтеү йәһәтенән Башҡортостанда бер ни тиклем тәжрибә тупланған. Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары бер йыл элек үк республикала ошондай ярҙам күрһәтә торған үҙәктәр булдырҙы. Бөгөн 22 үҙәк эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 1,5 мең кеше хеҙмәт, пенсия, ғаилә хоҡуғы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, торлаҡ төҙөлөшө һәм башҡа мәсьәләләр буйынса яуаптар алған. Бынан тыш, ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе “Бөтә Рәсәй түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү көнө”ндә лә һәр ваҡыт ҡатнаша.