Баш ҡалала 540 бала ғаиләгә алынған21.12.2012
Баш ҡалала 540 бала ғаиләгә алынғанӨфөнөң 540 етем балаһы яңы 2013 йылды ғаиләлә ҡаршылаясаҡ. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын йомғаҡлау кисәһендә ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ошо һәм тағы бик күп һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡыуандырҙы.

2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса Өфөлә ун балалар баҡсаһы асыласаҡ, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 1 350 урын барлыҡҡа киләсәк. 101-се мәктәпкә, 3-сө ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлегенә, 47-се поликлиниканың көндөҙгө стационарына, Спорт һарайына реконструкция яһалды. Бөтә Рәсәй күҙ ауырыуҙары һәм пластик хирургия үҙәге, Республика клиник дауаханаһының хирургия корпусы, "Нефтсе" стадионы һәм башҡа объекттар төҙөлә һәм яңыртыла.
Ирек Ялаловтың әйтеүенсә, күп балалы һәм инвалид сабый тәрбиәләүсе ғаиләләр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Быйыл уларҙың күбеһе йорт һалыу өсөн бушлай ер алған, ауыр хроник сирле балалары булған 49 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылған. "Торлаҡ" федераль программаһы буйынса 149 йәш ғаиләгә торлаҡ алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләү бүленгән. Ғаиләләрҙең хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән программаларҙың ыңғай һөҙөмтәһе һандарҙа сағыла: быйылғы тәүге 10 айҙа 13 485 сабый донъяға килгән, ул былтырғы ошо осорҙағынан 9 процентҡа күберәк. Тәбиғи артым 3 000 кеше тәшкил иткән.
Ҡала хакимиәте башлығы кисәлә ете йәш ғаиләгә бала тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) бирелә торған социаль түләү тураһындағы танытма тапшырҙы.
Нурзиә ХӘСӘНОВА


Вернуться назад