(С. Сабирйәнова, "Яңғыраһын моңло сазың". 2012 йыл, 28 ноябрь)
Был мәҡәлә мине тулҡынландырҙы. Автор Риф Сөләймәновтың тос ижадына һәм халҡыбыҙ музыкаһы үҫешенә бағышланған ҡиммәтле хеҙмәтенә бик урынлы баһа бирә.
Быға нигеҙ бар, әлбиттә. Мәҡәләнән аңлашылыуынса, Сөләймәнов, халыҡ йырҙарын йыйыу, туплау, һәр төбәк көйҙәренең үҙенсәлеген тикшереү кеүек эш менән бер рәттән, бик кәрәкле шөғөлгә тотонорға тәүәккәлләгән — халыҡ уйын ҡоралдарының (башҡорт думбыраһы, ҡылҡумыҙ, саз, мандолина һ.б.) яңы өлгөләрен эшләүгә өлгәшкән. Шулар өсөн патент алған, ләкин иң ҙур теләге — шул ҡоралдарҙы күпләп эшләп сығарыу һәм балалар коллективтарына, халыҡ ижады төркөмдәренә таратыу. Быларҙы тормошҡа ашырыу, һис шикһеҙ, мөмкин, тип иҫәпләй белгес. Был тәңгәлдә музыка белгесе булыу, теоретик белем генә аҙ. Иң мөһиме — матди ярҙам. Ҡыллы музыка ҡоралдарын белгестең үҙе ҡатнашлығында, уның зауығына яуап бирерҙәй итеп етештереү өсөн барлыҡ эш махсус оҫтаханала башҡарылырға тейеш.
Мин, халыҡ көйҙәренә, уның моң ижадына битараф ҡалмаған кеше булараҡ, Риф Сөләймәновтың хеҙмәттәре хуплауға ғына лайыҡ, тип иҫәпләйем. Әгәр ҙә беҙҙең аранан уның изге теләктәрен аңлап, ярҙам итеүселәр табылһа, шулай уҡ Хөкүмәтебеҙ ҙә был матур сараға иғтибар йүнәлтһә, халҡыбыҙ мәҙәниәтен үҫтереүгә тиңһеҙ ҙур файҙа булыр ине тигән фекерҙәмен.
А. КӘРИМОВ,
социология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы
Социаль иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.