“Төньяҡ амурҙары”ның яу юлдары ни һөйләй?20.12.2012
“Төньяҡ амурҙары”ның яу юлдары ни һөйләй?Ошо урында йәнә, беҙгә инде билдәле булыуынса, “Төньяҡ амурҙары” легендаһы тыуған ерҙәр – Неман йылғаһы әҫәргә килеп инә. “Шул уҡ көндө Наполеон ғәскәренең төп көсөн тәшкил итеүсе маршал Девиц, Ноу, Удино, Нансути, Монбрен командалығындағы корпустар һәм Наполеондың гвардияһы килеп етеп, Неман йылғаһы яры буйында туҡталды”, тип яҙа автор был хаҡта. Ә йылғаның ҡаршы яғында хәҙер инде беҙгә таныш геройҙар – атаман Платовтың корпусы һәм уның составындағы Беренсе башҡорт полкы һыбайлылары тора.
Беренсе башҡорт полкының Рәсәй именлеге өсөн яуаплы осорҙа ил сигенең шундай уҡ яуаплы бер урынында булып сығыуының үҙ тарихы бар. Беҙгә ул әҫәрҙең алдағы биттәренән билдәле инде. Петербургтан килгән фарман буйынса Ырымбурҙың хәрби генерал-губернаторы “меңәр кешенән торған ике башҡорт ғәскәрен Мәскәүҙән ары ил сигенә ебәрергә тейеш” була. Шулай итеп, меңәр кешенән торған Беренсе һәм Икенсе башҡорт полктары бер көн юлға сыға. Улар күпмелер ваҡыт Курск губернаһында торғандан һуң Луцкийға күсерелә. Ошонда инде Икенсе көньяҡ ғәскәрҙәре командующийы Багратион уларға смотр үткәрә. Шул саҡ башҡорт һыбайлылары үҙҙәренең “төньяҡ амурҙары” тип йөрөтөлөүенең уға ла билдәле икәнлеген белә. 1812 йылдың март баштарына Беренсе башҡорт полкы, Неман йылғаһына етеп, Рәсәйҙең көнбайыш сигенә туҡтала һәм Дон казактары атаманы Платов корпусына буйһондорола.
Француз ғәскәре Неманды аша сығып, Рәсәй еренә аяҡ баҫҡас та, урыҫ армияһының көслө ҡаршылығына осрай. Дон казактары составындағы Беренсе башҡорт полкы ла өсөнсө июндән алып дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп, уның һәр аҙымын күҙәтеп тора. Шуға күрә дошман тәүге бәрелештә сигенергә мәжбүр була, ләкин көстәр тигеҙ түгеллеге үҙен һиҙҙертә. Атаман Платов Дон казактары менән башҡорт һыбайлыларына ла көстө һаҡлау өсөн сигенергә бойороҡ бирә. Ул Беренсе көнбайыш ғәскәренә барып ҡушылырға тейеш була. Дошмандың бер туҡтауһыҙ эҙәрлекләп килеүенә ҡарамаҫтан, Платов корпусы уға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән туҡтамай. Айға яҡын инде ял күргәне булмауына ҡарамаҫтан, Дон казактары менән Беренсе башҡорт полкы һыбайлылары дошмандың ҡыҫырыҡлауына һәр саҡ уяу тора. Әҫәрҙә беҙ дошманға ҡаршы күрһәтелгән шундай ҡыйыу ҡаршылыҡтың шаһиты булабыҙ.
Бер көн атаман Платов, Беренсе башҡорт полкы командирын корпус штабына саҡырып алып, француздарға тоҙаҡ ҡорорға теләүен белдерә. Бурыс – дошманды, ҡасҡан булып әүрәтеп, ҡапҡанға эләктереү. Быны йөҙ башлыҡтарының береһе үҙенең командаһы менән эшләргә тейеш була. План тормошҡа аша. Уларҙы ҡыуып килгән поляктар, ауылды үтеп киткәс, юлдың ике яғына йәшеренгән казактарҙың һәм Беренсе башҡорт полкының ҡамауына эләгә, тиҙҙән генерал Кутаицев бригадаһы килеп етә, һәм поляк уландары дүрт сәғәт самаһы барған бәрелештә тулыһынса ҡыйратыла, бик күп дошман офицеры әсиргә алына. Яҙыусы был юлы ла үҙенә тоғро ҡалып, Мир ауылы янындағы ваҡиғаның көнөн асыҡлап ҡуя — ул 27 июндә була. Был уҡыусыға үҙе өсөн мөһим бер һығымта яһау мөмкинлеге бирә. 28 июндә таң менән Икенсе көнбайыш ғәскәре, ике эшелонға бүленеп, Беренсе көнбайыш ғәскәре менән Смоленскиҙа ҡушылыу өсөн үҙ позицияһын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Ошо хәл иткес көндәрҙә Беренсе башҡорт полкы атаман Платов корпусы составында иң алғы һыҙыҡта булып сыға һәм Икенсе көнбайыш урыҫ ғәскәренең Смоленскиға табан сигенеүен еңеләйтеүҙә туранан-тура ҡатнаша.
Смоленск өсөн Беренсе башҡорт һәм типтәр полктарының ҡыйыу һуғышыуын беҙ Петербургтан ҡайтҡан атаман Углицкийҙың Ырымбур генерал-губернаторы кенәз Волконскийға шул хаҡта хәбәр килтереүенән беләбеҙ. Губернаторға Беренсе һәм Икенсе урыҫ ғәскәрҙәренең Смоленскиға етеп бергә ҡушылыуы, 8 августа Кутузовтың ошо берләштерелгән ғәскәрҙәрҙең Баш командующийы итеп тәғәйенләнеүе лә шул саҡ билдәле була. Ул ошо уҡ көндә С.-Петербург Баш командующийының Башҡорт казак полктарын ойоштороу тураһындағы бойороғон да тәү тапҡыр ҡулына ала. Уны ла атаман Углицкий Петербургтан алып ҡайта. Указ Кутузов Баш командующий итеп тәғәйенләнгән көндә донъя күргән. Был ике ваҡиғаның тура килеүендә ниндәйҙер тәрән мәғәнә бар һымаҡ.
Беренсе башҡорт полкы Кутузов менән тәүге тапҡыр Бородино яланында осраша. Баш командующий дошман ғәскәрен ҡаршылаясаҡ урын менән танышып йөрөгән була. Беҙ әҫәрҙә Кутузовтың ошо яланда хәл иткес бәрелеште нисек күҙаллауын уның батша исеменә яҙған хаты аша беләбеҙ. Унда һәр ғәскәрҙең урыны һәм бурысы аныҡ күрһәтелгән. Шуға ярашлы Беренсе башҡорт полкы Маслово урманында атаман Платовтың туғыҙ полкты берләштергән казактары менән резервта торасаҡ. Уға бер үк ваҡытта Уваровтың һыбайлылар корпусы аръяғындағы ерҙе лә һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Бородино яланында буласаҡ һуғыштың маҡсаты Баш командующий тарафынан ныҡлы уйланылған – Наполеон ғәскәренең төп көсөн ҡыйратыу, артабанғы һөжүмен туҡтатыу һәм француздарҙы Мәскәүгә яҡын ебәрмәү. Беренсе башҡорт полкы һыбайлылары Кутузов менән 22 августа Бородино яланында осрашҡан саҡта ул уның һәр ҡарашын күҙҙән үткәреп йөрөгән була, сөнки көстәр тигеҙ түгел. Дошман ғәскәре икеләтә күберәк.
Яҙыусы әҫәрендә Бородино яланындағы һуғышты мөмкин тиклем тулыраҡ һүрәтләргә ынтыла. Унда айырым корпустар, полктар, улар тотҡан позиция, командирҙар телгә алына. Кутузов, Наполеон, Барклай-де-Толли, Багратион, кенәз Волконский һымаҡ геройҙарының образын беҙ яҙыусы фантазияһы аша ҡабул итһәк тә, улар эш иткән урын, ваҡыт, хәл-ваҡиғалар ысынбарлыҡта факт булып ҡала. Беҙҙең өсөн дә әҫәрҙә башҡорт һыбайлыларының Бородино яланында күрһәткән батырлығы һүрәтләнгән юлдар ҡиммәт.
Беренсе башҡорт полкына урыҫ ғәскәрҙәре Бородино яланын ҡалдырып, Можайскиға табан йүнәлгәс тә, эҙәрлекләп килеүсе дошмандың авангардын Немандағы һымаҡ уҡ беренселәрҙән булып ҡаршыларға тура килә. Уның алдында урыҫ ғәскәре аръергарды сафында дошманды Можайскиға үткәрмәү өсөн алышыу бурысы тора.
Беренсе башҡорт полкы урыҫ ғәскәре Можайскиҙы ҡалдырып, Мәскәүгә табан сигенгәндә лә аръергардта ҡалыуын дауам итә. Биш көндән һуң ғәскәр Фили ауылы менән Воробьев тауҙары араһында туҡтала. Ошонда 1 сентябрҙә Баш командующий уҙғарған кәңәшмәлә Кутузов, Мәскәүҙе ҡалдырып, сигенеүҙе дауам итергә кәрәклеген белдерә, ғәскәр алдында торған бурыстар билдәләнә. Беренсе башҡорт полкы артта барған хәлдә лә ғәскәрҙең уңышлы сигенеүен тәьмин итергә тейеш була. Полктың Беренсе һәм Икенсе йөҙөнә махсус казактар отряды менән ҡала урамдарынан уҙған сигенеп барыусы полктарҙы күҙәтеп тороу бурысы йөкмәтелә. Өсөнсө, Дүртенсе һәм Бишенсе йөҙҙәр алдына ла шундай уҡ бурыс ҡуйыла. Ҡалала тәртипте һаҡлау төшә улар өҫтөнә. Беренсе башҡорт полкы көн кисләгәс кенә аръергардтағы ғәскәргә ҡушылып, Яуза күпере аша сығып, ҡаланы ҡалдырып китә. Артынса тиерлек француздар буш ҡалған Мәскәүгә килеп инә.
Беренсе башҡорт полкы һыбайлылары өсөн Немандан алып Бородино аша Тарутин лагерына ҡәҙәр үткән юлда иҫтәлекле ваҡиғалар аҙ булмай. Шуларҙың береһе Кутузовтың Наполеонға ҡаршы алып барған “бәләкәй һуғышы” булғандыр. Ул башҡорт һыбайлыларына дошманды өҙлөкһөҙ көсөргәнештә тотоу өсөн үтә уңайлы булып сыға. Полк, Серпуховта полковник Кудашев корпусы ҡарамағына күсерелгәс, дошманды “тынғыһыҙлауын” тағы ла көсәйтә төшә. Әҫәрҙә беҙ быны Кутузовтың дежур-генерал Коновницын менән шул хаҡта һөйләшеүенән беләбеҙ. Унда шулай уҡ типтәрҙәр полкының да Калуга юлында ҡыйыу эш итеүе телгә алына. Дежур-генерал Баш командующийға кенәз Кудашевтан килгән хатта Жохово ауылы эргәһендә башҡорт полктарының француздарҙың ҙур ғәскәрен ҡыйратыуы, иген ташыусы егерме ике һалдатын әсир итеүе әйтелгәнен хәбәр итә.
Ошо һөйләшеүҙә Кутузов Ырымбурҙағы бүтән башҡорт полктарын да бында тиҙерәк ебәреү кәрәклеген билдәләп, генерал Коновницындан: “Октябрь башында ебәрелгән башҡорт полктары Түбәнге Новгородҡа еткәнме икән?” — тип һорап ҡуя. Генерал уларҙың Түбәнге Новгород менән Владимир ҡалаларына яҡын урында, Муром ауылы эргәһендәге уйһыулыҡҡа урынлашҡанын белдерә һәм, Һамарҙағы өс башҡорт полкы ла унда барып етһә, Муром янында ун биш башҡорт полкы буласаҡ, тип өҫтәп ҡуя. Был саҡта бөтә полктарҙы ла бергә ҡушып, айырым башҡорт корпусы ойоштороу күҙ уңында тотола.
Артабан беҙгә улар араһындағы һөйләшеүҙән ҡайһы бер башҡорт полктарының Түбәнге Новгород аша үтеп китеүе билдәле була. Шулай Өсөнсө, Дүртенсе, Бишенсе полктар үҙ урынына килеп етеп, генерал-лейтенант Виттенштейн корпусына ҡушыла. Ике башҡорт, бер мишәр, Икенсе типтәр полктары Тарутин лагерында башҡорт полктарына өҫтәлә. Һөйләшеү ваҡытында башҡорттарҙың, француздарға ҡаршы һуғышта туранан-тура ҡатнашыуҙан тыш, Рәсәйҙең көнсығыш сиген һаҡлау бурысын намыҫ менән башҡарыуы ла иҫкә алына. Был бурысты егермегә яҡын һыбайлы башҡорт полкы үтәй.
Яҙыусы 1812 йылғы Ватан һуғышының тәүге көнөнән үк дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп ҡораллы бәрелешкә ингән Беренсе һәм Икенсе башҡорт полктарының, айырыуса тәүгеһенең, Тарутин лагерына тиклем үткән юлын ентекләп һүрәтләй, артабанғы һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашасаҡ башҡорт полктарының ойошторолоуын да әҫәрендә киң планда асып бирә. Дилогияның беренсе китабы яңы ойошторолған башҡорт полктарының һуғышҡа оҙатылыуы менән тамамлана.
Башҡорт казак полктарын ойоштороу тураһында С.-Петербургта ҡабул ителгән указдың Ырымбурға Кутузовтың урыҫ ғәскәренең Баш командующийы итеп тәғәйенләнеүе хаҡындағы хәбәр менән бер көндә килеп етеүе тураһында алда һүҙ булып алғайны инде. Ырымбур губернаторы Волконский башҡорт полктарын ойоштороу эшенә шунда уҡ тотона, был уға көтөлмәгән хәл булмай. Ул кантондарҙа башҡорт казак полктарын ойоштороуға күптән әҙерлек барыуын белә, сөнки башҡорттарҙан француздарға ҡаршы һуғышҡа ебәреүҙе һорап килгән ғаризалар көндән-көн арта. Хатта әҫәрҙә айырым берәүҙәрҙең исеме телгә алына. Уларҙы беҙ шул осорға арналған тарихи китаптарҙа ла осратабыҙ.
Әҫәрҙә генерал-губернаторҙың атаман Углицкий менән һөйләшеүе барышында башҡорт полктарын ойоштороу хаҡындағы фармандың Ырымбурҙан башланғыс алыуы асыҡлана. Генерал-губернатор уны үҙ уйының барып сығыуы тип ҡабул итә. Фарманда барыһы ла уйланғанса булмаһа ла, был полктарҙы ойоштороу тәртибе асыҡ әйтеп бирелә. Улар һан менән билдәләнеп, башҡорт казак полктары тип аталырға тейеш. Полктарҙың ойошторолған береһе Түбәнге Новгородҡа оҙатыла тора. Һәр полктағы казак һөңгөләр һәм уҡтар менән ҡоралландырыла. Полк командирҙары һәм башҡа түрәләр башҡорттар араһынан һайлап ҡуйыла. Белемле кешеләр етмәгән осраҡта ғәскәрҙе башҡортса яҡшы белгән урыҫ офицерҙары менән тулыландырыу мөмкинлеге ҡарала.
Фарманда һәр башҡорт полкында нисә кеше булыуы ҡаралмағанлыҡтан, ул әүәлгесә ҡалдырыла. Һәр полк 530 кешенән торасаҡ. Шул иҫәпкә төрлө дәрәжәләге кешеләр – мулла, штаб начальнигы, ғәскәр старшинаһы, йөҙ башлыҡтары һәм бүтәндәр инә.
Ырымбур генерал-губернаторының башҡорт полктарын төҙөүгә ихласлығын яҙыусы, батша указын үтәү зарурлығынан тыш, уның Баш командующийға булған мөнәсәбәте менән дә бәйләй. Волконский Кутузов менән 1790 йылда Измаилды штурмлауҙа ҡатнашҡан. Кенәз шуға ла башҡорт полктарын ойоштороуҙы уның алдында үҙенең дуҫлыҡ бурысы тип һанай. Генерал-губернатор Урал, Ирәндек, Ямантау, Нөгөш, Үҙән, Ағиҙел, Дим, Сөн, Базы, Ҡариҙел буйындағы барлыҡ кантондарҙан йыйылған яугирҙәрҙе Түбәнге Новгородҡа оҙатырға 2 октябрҙә Новоздвиженский крепосына үҙе килә, сафтарға теҙелгән һыбайлылар менән осраша. Ә был ваҡытта инде Беренсе башҡорт полкы, бүтән партизандар отряды менән берлектә дошманға ҡаршы алып барылған “бәләкәй һуғыш”та ҡатнашып, Мәскәү тирәһендәге ауылдарға уны үткәрмәй тотоп торған була.
Кутузовтың Тарутин лагерынан француз армияһына ҡаршы тәүге һөжүмендә лә башҡорт атлылары һөжүмгә ташланған казак полктарының алғы сафында бара. Наполеон Мәскәүҙе ташлап сыҡҡас та, ҡаланы дошмандан таҙартыу Кудашев корпусына йөкмәтелә. Быны артабан Беренсе башҡорт полкы Дон казактары менән берлектә тормошҡа ашырырға тейеш була. Улар янғындан тороп ҡалған һарайҙарҙы, тарих өсөн ҡиммәтле һәйкәлдәрҙе, Кремль стеналарын һәм башняларын һаҡлап алып ҡала. Мәскәү дошмандан таҙартылғас та, Баш командующий бойороғо менән Беренсе полктың Беренсе йөҙө Мәскәүҙә тәртип һаҡлау өсөн ҡалдырыла. Икенсе, Өсөнсө, Дүртенсе һәм Бишенсе йөҙҙәр Кудашев корпусы составында ҡаты һуғыш барған Малоярославецҡа күсерелә.
Был көсөргәнешле көндәрҙә атаман Платов казактары менән берлектә ҡалған башҡорт казачий полктары Калуга юлын дошмандан ҡаплап тороу өсөн күп көс һала. Аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға бай Калугаға үтеп инергә тырышҡан Наполеондың яңынан-яңы дивизияларын һөжүмгә күтәреүе бушҡа ғына була. Ике көн барған һуғышта бәләкәй генә ҡала ете тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә, әммә дошман үҙ маҡсатына өлгәшә алмай. Һөҙөмтәлә Наполеон, уйынан баш тартып, Смоленскиға сигенә.
(Дауамы. Башы 253-сө һанда).
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
Башҡортостан фәндәр академияһының
почетлы академигы.


Вернуться назад