Республиканың күп балалы әсәләренә тарихта 101-се тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Юғары дәүләт наградаһына Башҡортостандың 5700 ҡатыны лайыҡ булған! Кисә миҙаллылар сафын тағы ла иллеләп ҡатын тулыландырҙы. Уларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова бүләкләне.
Хөкүмәтебеҙ күп балалы әсәләргә айырыуса йылы мөнәсәбәттә. Был турала улар өсөн булдырылған льгота һәм пособиеларға ҡарап ҡына фекер йөрөтмәйем. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәргә ысын мәғәнәһендә хөрмәт һәм ихтирам менән баға дәүләт етәкселәре. Ҡараштың йылылығы миҙал биреү тантанаһында ла һиҙелә.
Бында әсәләр республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йыйыла. Алыҫта ятҡан төбәктән Өфөгә иртәнге унға килеп етеү өсөн төндәрен йоҡламай юлға сыға улар. Бында һәр ҡатын-ҡыҙҙы йылмайып ҡаршылайҙар, тейешле урынға оҙатып ҡуялар. Бөгөн ике әсә юл мәшәҡәте менән һуңлап килгәйне. Рәсми бүләкләүгә өлгөрмәһәләр ҙә, улар иғтибарҙан ситтә ҡалманы: лайыҡлы миҙалын алдылар, шунда уҡ сәй табынына ла саҡырылдылар.
— Бала тәрбиәләү күңелле мәшәҡәттәр менән генә үтмәй, бик оло хеҙмәт ул, — тине, әсәләрҙе ҡотлап, Лилиә Салауат ҡыҙы. — Әле республикала һеҙҙеке кеүек ишле ғаиләләргә аныҡ ярҙам күрһәтелә. Үтеп барған йыл имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналды. Ошо йүнәлештә быйыл мөһим закондар һәм программалар ҡабул ителде.
Бөгөн республикала күп балалы ғаиләләр төрлө пособие ала. Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, был маҡсатта йылына ике миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Ер, торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә программалар бар, әммә уларҙы һөҙөмтәлерәк итеү өсөн тағы ла эшләргә кәрәк.
Бүләкләү бик йылы, “әхирәттәрсә” мөхиттә үтте. Шулай булмай ни — Лилиә Салауат ҡыҙы һәр береһенең күңел торошон аңлап тора бит!
Миҙал алырға килгән ҡатындар араһында, һәр саҡтағыса, бөрйәндәргә етеүсе булманы. Был төбәктән бер юлы ете әсә килде. Әбйәлилдәр, мишкәләр, өфөләр уларҙың “үксәһенә баҫа”. Бөрйәндән бер апай: “Беҙҙе ҙурлап саҡырғанығыҙ, хөрмәт күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Миҙал артынан Өфөгә әллә ҡасан уҡ килгән ауылдаштарым тәьҫораттарын әле лә онота алмай. Бына бит, “Аҡ йорт”то ла күрҙек”, — тине.
Бүләкләнеүселәр араһында йәштәр күп кенә. Ҡыҙҙарға биргеһеҙ бер әсә менән аралашабыҙ. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан килгән Альбина Мәжитова булып сыҡты ул. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, 26 йәшлек ҡатын алты балаға ғүмер бирергә өлгөргән!
— 18 йәшемдә кейәүгә сыҡҡайным. Йәш, һау саҡта тип, таптым да таптым. Ирем Зәйнетдин һәр яҡлап ярҙам итә. Ислам, Эльвира, Эмиль, Ильвир, Гөлзинә, Замир үҫә ғаиләлә. Иң ҙуры Ислам II класта уҡый, — ти ул, берсә ғорур, берсә оялсан йылмайып.
Иглин районынан килгән Гөлнара Мөжипова ла, ситтән ҡараһаң, мәктәпте яңы тамамлаған сибек кенә ҡыҙ кеүек. Ул да алты бала үҫтерә. Ә Әбйәлил районы вәкиле Роза апай Сөләймәнова йәштәрҙән бер аҙ “ҡалышҡан” — биш бала тәрбиәләй. Белорет почта бүлексәһендә почтальон булып эшләй икән. Әлеге мәлдә бәләкәй бала менән декрет ялында.
— Дәүләттең ярҙамын даими тойоп йәшәйбеҙ. Әле яңыраҡ ҡына төҙөлөш өсөн ер бирҙеләр. Хәҙер киңәйергә, ҙурыраҡ йорт һалырға ниәтләйбеҙ, — ти ул.
Әлфиә ӘЙҮПОВА