Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына нигеҙ һалыныуға — 95, уның яңы тарихы башланыуға 20 йыл тулды.
Республика тормошонда мөһим урын биләгән ойошманың күркәм байрамы уңайынан ойошторолған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, уның беренсе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт Бибарсов, М. Солтанова исемендәге мәҙрәсә директоры Илдар хәҙрәт Малахов һәм башҡалар сығыш яһаны. Төп фекер шундай: республикала һынылыш йылдарында аяҡҡа баҫҡан Диниә назаратының рухиәт үҫешенә, йәмғиәттәге именлекте нығытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Әле, мәҫәлән, төбәгебеҙҙә 160 тирәһе милләт йәшәй, 1 500-ҙән ашыу дини ойошма бар. Улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә, изге ниәттә хеҙмәттәшлек итә икән, бында мосолман ойошмаһының өлөшө тос.
— Беҙ йәмғиәтте дингә ышанғандарға һәм уны ҡабул итмәгәндәргә бүлмәйбеҙ, ә уртаҡ ышаныс булдырыу маҡсатында эшләйбеҙ. Кешеләрҙе һәр саҡ өмөт берләштерә, — тине Нурмөхәмәт хәҙрәт үҙ сығышында. — Республика етәкселегенең ярҙамын, хәстәрлеген тойоу ғәмәлдәребеҙҙең үтәлешенә ҙур этәргес бирә.
Вячеслав Пятков Башҡортостан мосолмандары ойошмаһының Үҙәк диниә назараты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен, дини белем биреүҙең юғары кимәлдә алып барылыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, иман йорттары имам-хатиптарының белемен камиллаштырыу, йәш руханиҙарҙы эш урыны менән тәьмин итеү, матбуғат сараларында дини теманы киң йәйелдереү кеүек бурыстар көн үҙәгендә тора.
Д. ИШМОРАТОВА.