Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында журналистар өсөн ойошторолған “Закондың көсө – үтәлешендә” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Бәйгелә ике тиҫтәнән ашыу ҡәләм оҫтаһы ҡатнашҡан. Уларҙың эштәре төрлө номинацияла билдәләнде. Лайыҡлылар араһында ҡәләмдәштәребеҙ ҙә бар: суд приставтары хеҙмәтенең эшен әүҙем яҡтыртҡан өсөн “Башҡортостан” гәзитенең мәғлүмәт бүлеге мөдире Гүзәлиә Балтабаева һәм хәбәрсеһе Лилиә Нуретдинова конкурстың төрлө номинацияларында III, II урын яуланы һәм махсус диплом менән бүләкләнде. Хеҙмәттәштәребеҙҙе еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ!
“Башҡортостан”дар.