Яңы йыл байрамы өсөн Башҡортостанда 80 мең самаһы ылыҫлы ағас әҙерләнде. Дөйөм алғанда, быйыл республикала 200 меңдән ашыу ҡарағай, шыршы һәм аҡ шыршы һатыу күҙаллана. Уларҙың уртаса хаҡы 140 һум тәшкил итәсәк.
— Ҡарағай әҙерләү буйынса “Йылайыр урманы”, “Бәләбәй урманы” һәм “Стәрлетамаҡ урманы” предприятиелары алда бара. Уларҙа алты-туғыҙ мең ағас әҙерләнгән. Ә бына аҡ шыршы менән “Дыуан урманы” тәьмин итәсәк. “Иглин урманы” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре 1800 шыршы килтерәсәк, — тип хәбәр итте Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары Альберт Бохаров.
2013 йылды ҡаршылау өсөн ағас әҙерләү республикала 25 декабрҙә тамамланасаҡ. Урман хужалығы министрлығы тәҡдим иткәнсә, күмәртәләп һатыуҙа быйыл шыршы — 250, ҡарағай – 210, аҡ шыршы 300 һум торасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, баҙарҙағы ихтыяжға ҡарап, предприятиелар Яңы йыл ағасына хаҡты үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы. Былтыр республиканың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы предприятиелар Яңы йыл продукцияһы һатыуҙан 200 миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.