Министрлыҡ – социаль селтәрҙә20.12.2012
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “vk.com” социаль селтәрендә рәсми бит асҡан. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итә.

Хәҙер Интернеттан файҙаланыусылар көн һайын ведомствонан оператив мәғлүмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә. Халыҡ шулай уҡ министрлыҡтың эше тураһында фекерен белдерә, тауыш биреүҙә ҡатнаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.
— Асыҡтан-асыҡ мәғлүмәт сәйәсәте алып барыу йәһәтенән был министрлыҡтың тағы ла бер етди аҙымы булды. Бурысыбыҙ — кешеләргә ярҙам күрһәтеү. Был тәбиғи, сөнки беҙҙең ведомство халыҡҡа яҡынайырға тырыша. Ә социаль селтәргә сығыу — бәйләнеште үҫтереү мөмкинлеге. Аралашырға әҙербеҙ. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәргә шат буласаҡбыҙ, — тине министр Ленара Иванова, ошо яңылыҡҡа аңлатма биреп.


Вернуться назад