Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы һылыуы Ләйсән Абдрафиҡова менән Сорғот ҡалаһы егете Марат Сафиуллинды тормоштарындағы иң күркәм байрамдары — законлы никахтары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Бер-береһе өсөн ашҡынып типкән йөрәктәр өсөн бынан да бәхетлерәк көн бармы икән? Һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә лә был илаһи миҙгел ғүмер буйы иң ҡәҙерле мәл булып һаҡланһын. Көтөп алған бәхетегеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлағыҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе ихтирам итеп, терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Күңелдәр, хистәр, йән берлеге һеҙҙе ғүмер буйы оҙата барһын. Пар ҡанатлы булып, яңы үрҙәргә талпынып йәшәгеҙ, ғаилә усағы һүнмәһен, һөйөү уты һүрелмәһен. Сәләмәтлек, йән рәхәте, мул һәм бәрәкәтле тормош теләйбеҙ һеҙгә.
Эй, ғүмерҙең ҡабатланмаҫ мәле,
Күпме сафлыҡ һеҙҙә, тоғролоҡ!
Ошо бер мәл ғүмер юлығыҙҙа
Булһын мәңге балҡып торорлоҡ.
Иң изге теләктәр менән атай-әсәйегеҙ, туғандарығыҙ Әлфиә, Лилиә, Азамат, Розалия,
Арыҫлан, Асҡар.