“Нимә ул байлыҡ?” тигән һорауға кедер – аҡса, кемдер – алтын-көмөш тип яуап бирер. Минең иһә иң ҙур байлығым – дүрт өләсәйем.
Әминә исемле ҡарт өләсәйем мине “ҡыҙым” да тимәй, “Йәмилә апайым” тип кенә йөрөтә, сөнки үҙемә апайының исемен ҡушҡандар. Әминә өләсәйем 83 йәштә булһа ла, йәштәр һымаҡ йүгереп йөрөй. Һигеҙ балаһы, 55 ейән-ейәнсәре бар. Шулай күмәк булһаҡ та, ул һәр беребеҙҙең тыуған көнөн яттан белә, барыбыҙға ла бүләк-күстәнәстәрен еткерә. Ҡарт өләсәйем йәй – ауылда, ҡыш Сибай ҡалаһында йәшәй. Кем килһә лә, өҫтәлендә тәмле-тәмле аштары әҙер була. Дин ҡанундарын ихтирам итеп, йолаларҙы үтәп тора, намаҙ уҡый, ураҙа тота, беҙҙе лә иманлы итеп тәрбиәләй.
Икенсе ҡарт өләсәйемдең исеме – Шәмсүрә. Ул да әсәйемдең өләсәһе. Бәләкәй саҡта исемен әйтә алмағас, “таяҡҡа таянған өләсәйем” тип йөрөтә торғайным. Уға 84 йәш. Ҡәҙерлебеҙ үҙ ғүмерендә ауырлыҡтарҙы күп күргән. 12 йәшендә етем ҡалып, бер йәше лә тулмаған һеңлеһен үҫтергән. Яңғыҙы тәрбиәләгән ике балаһы бик иртә вафат булған. Шулай булһа ла, Шәмсүрә өләсәйем бирешмәй, тормоштан йәм табып йәшәй.
Атайымдың әсәһе Кәримә өләсәйем менән олатайым беҙҙең ауылда көн итә. Улар алты ул үҫтергән, 19 ейән-ейәнсәре бар. Биш улдары ауылда төпләнгән, шуға күрә төп йортта һәр ваҡыт балалар тауышы яңғырап тора. Кәримә өләсәйем бәләкәй сағыбыҙҙа мине лә, ике ҡустымды ла ҡарашҡан. Ул бик дәртле: гөрләтеп донъяһын да көтә, беҙгә ойоҡбаш-бейәләйҙәрен дә бәйләй, әхирәттәре менән “Умырзая” халыҡ ансамблендә лә сығыш яһай. Яңыраҡ өләсәйем биш ейән-ейәнсәре менән “Иң яҡшы өләсәй” конкурсында ҡатнашып, гран-при яулап ҡайтты. Байрамдарҙа һәр ваҡыт олатайым менән өләсәйемдең ҡотло йортона йыйылабыҙ.
Иң йәш һәм иң сибәр өләсәйемдең исеме – Шәмсиә. Әсәйемдең әсәһе ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән. Олатайым менән биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, юғары белемле иткәндәр. Мин – уларҙың тәүге ейәнсәре, шуға ла үҙемде бик иркәләтәләр. Шәмсиә өләсәйемә ҡунаҡҡа барыр өсөн каникулдарҙы ашҡынып көтөп алам. Беҙ икәүләп сәйәхәт итергә яратабыҙ. Ул кешеләр тураһында тик яҡшы уйларға һәм һөйләргә өйрәтә.
Өләсәйҙәрем дүрт яғымдан яҡлап-һаҡлап тороусы фәрештәләрем һымаҡ. Уларҙың бәхетле, шат булыуҙарын, мине ҡурсалап, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.
Йәмилә БИЛАЛОВА,
Килдеғол мәктәбенең IV класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.