Оло өләсәйем Шәмсүрә Мөхәмәтғәле ҡыҙы Ҡотлоғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Нәби ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 13 кенә йәшендә колхозда эшләй башлай.
– Бөтөн ауыр эш ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға иңенә төштө. Нисек кенә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, эште еренә еткереп үтәнек. Үгеҙ егеп ер ҙә һөрҙөк, урманда ағас ҡырҡыуҙа ла булдыҡ, һалдаттарға бейәләй, ойоҡбаш бәйләргә лә өлгөрҙөк. Аслыҡҡа ла бирешмәнек – кесерткән, ҡаҡы, йыуа, ҡымыҙлыҡ, балтырған кеүек үлән менән туҡландыҡ, – тип хәтерләй өләсәй ил өсөн ауыр ваҡыттарҙы.
Һуғыштан һуң олатайым менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Уларҙың өс балаһы донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиздәренең барыһы ла бик иртә гүр эйәһе була. Оло өләсәйем йәшәү көсөн ейән-ейәнсәрҙәрендә таба, уларҙы үҫтереп, уҡытып, кеше итеүгә күп көс һала. Ауыр тормош һынауҙарын үтһә лә, ҡәҙерлебеҙ күңел йомшаҡлығын, сабырлығын юғалтмаған. Ул кешеләргә һәр саҡ шәфҡәтле, изгелекле, асыҡ сырайлы. Киң күңелле, ярҙамсыл, мөләйем булғаны өсөн уны барыһы ла ихтирам итә.
Ҡәҙерле оло өләсәйем 85 йәшен тултырҙы. Ғаиләбеҙҙең күрке, терәге булып, беҙҙең менән бергә йәшәй. Бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләшеп, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә һөйөклөбөҙ.
Оло өләсәйем, һиңә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Өгөт-нәсихәттәрең, кәңәштәрең һәм изге доғаларың беҙгә һәр саҡ кәрәк.
Наҙгөл ДӘҮЛӘТҠУЖИНА,
IV класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Яңы Собханғол ауылы.