“Бишлеләр” менән ҡыуандырам19.12.2012
“Бишлеләр” менән ҡыуандырамМатур, аҡыллы, уңған өләсәйем бар, исеме – Эмма Седрак ҡыҙы Джлавян. Мин уға ҡунаҡҡа барырға яратам.
Өләсәйемдең өҫтәлендә гел тәмлекәстәр, бәлештәр тулып ултыра. Ул миңә дәрес әҙерләшергә ярҙам итә, аңлашылмаһа, аңлатып бирә. Ҡәҙерлебеҙ барыһына ла өлгөрә: магазинда һатыусы булып эшләй, өйҙө таҙа итеп тота, тәмле бешерә, ейәндәренә лә ваҡыт таба.
Яратҡан өләсәйем хуш еҫле матур сәскәләр ярата, шуға күрә йәй баҡсаһы сәскәгә күмелеп ултыра.
Мәктәптән “бишле”ләр алып ҡайтһам, өләсәй ныҡ ҡыуана. “Һинең яҡшы уҡыуың миңә ҙур бүләк”, – ти.
Масис ДЖЛАВЯН,
Т. Рахманов исемендәге Үрге Йәркәй мәктәбенең III класс уҡыусыһы.
Илеш районы.


Вернуться назад