Бәпесем, ҡолонсағым, ҡояшым, айым, гөлөм, матурым, бәпкәм, шатлығым, бәхетем... Өләсәйем мине һәр саҡ ошондай һүҙҙәр әйтеп иркәләй, ә миңә шул хәтлем рәхәт. Яғымлы һүҙҙәре күңелде күтәрә, йәнд иретә.
Өләсәйем Мәрғиә Зөлҡәрнәй ҡыҙы Әхмәтшина (Ғәлиәкбәрова) Күгәрсен районының Муса ауылында беренсе бала булып донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланып, атаһы һуғышҡа киткәс, ҡустыһы Зөфәр тыуған. Оҙаҡ та тормай, аталары яуҙа хәбәрһеҙ юғалған.
“Ашығыс рәүештә атайҙарыбыҙҙы, ағайҙарыбыҙҙы илаша-илаша һуғышҡа оҙатыуыбыҙ әле лә күҙ алдында”, – тип иҫләй өләсәйем. Ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ҡар яуғансы көлтә бәйләй, ҡул бысҡыһы менән утын әҙерләй. Өләсәемдең әсәһе лә, һыуыҡта эштә йөрөп, һалҡын үткәрә һәм дауаханаға эләгә. Ике айлыҡ һәм алты йәшлек балалары өйҙә ҡалғанда әсә кеше нисек ситтә түҙеп ятһын инде. Ул табиптарҙан ҡасып, өйөнә ҡайта. Ишектән инеү менән “балам, балаҡайым” тип йығыла ла йән бирә. Үкһеҙ етем ҡалған кескәйҙәрҙе ҡарт өләсәйҙең бер туған ағаһы үҙенә ала.
Өләсәйемә 11 йәш тулғас, күрше аулыдан инәһе килеп, уны Мораҡтағы балалар йортона бирә. Унда 16 йәшенә тиклем тәрбиәләнә. Артабан төҙөүсегә уҡып сыға һәм төҙөүсе-маляр булып эш башлай. Тракторсы һөнәрен дә үҙләштереп ала. Тап шул саҡта олатайым Әхмәт Әғзәм улы Әхмәтшин Мораҡта механизаторға уҡып йөрөгән. 1958 йылда танышып, бергә Ишембай районының Бәләкәй Мәҡсүт ауылына ҡайталар.
Олатайымдың беренсе ҡатынынан бер улы булған була. Мөхтәр бабайымдан тыш, биш балалары донъяға килә – Юлай, Салауат, Айһылыу, Әхтәм, Рөстәм. Барыһын да тигеҙ һөйөп үҫтерәләр. Һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, матур ғаилә ҡороп, төрлөһө төрлө яҡта йәшәп ята. Уртаҡ тормош ҡороуҙарына 44 йыл тулғандан һуң олатайым вафат булып ҡалды.
Өләсәйем бик бай, сөнки алты балаһы, 15 ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре бар. Хәҙер ҡәҙерлебеҙ кинйә улы Рөстәмдең ғаиләһе, йәғни беҙҙең менән тора. Ҡунаҡҡа килгән балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өгөт-нәсихәтен бирә, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп ҡыуана, матур уйҙар менән йәшәй.
Һөйөклөбөҙ мине бәйләргә, сигергә, бешеренергә өйрәтте. Беҙгә килгән әбей-бабайҙар мине тыңлай ҙа: “Был баланың теле өләсәһе янында асылған”, – ти. Башта әйткәндәрен аңламай инем. Баҡтиһәң, өләсәйем әйтмешләй, тәмләп һөйләйем икән. “Телдең матурлығын, тәмен олоғайғас ҡына аңлайһың”, – ти ул.Тимәк, өләсәй эргәһендә үҫеү, уның тәрбиәһен алыу миңә тел асҡыстары биргән, туған телемә һөйөү уятҡан.
Лилиә ӘХМӘТШИНА,
Биксән мәктәбенең IX класс уҡыусыһы.
Ишембай районы.