Күптәрҙе уҡып-яҙырға өйрәткән19.12.2012
Өләсәйем Юлиә Ситдиҡ ҡыҙы Шәрипова менән ныҡ ғорурланам. Ул ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән – кескәйҙәрҙе хәреф танырға, яҙырға өйрәткән.
Һөйөклөбөҙ Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәй. Йәйге каникулды уның эргәһендә үткәрергә яратам. Өләсәйем мине тәмле-тәмле ҡоймаҡтар менән һыйлай, Әй йылғаһына һыу инергә алып бара. Тағы ла беҙ урманда еләк йыйырға әүәҫбеҙ. Кистәрен, барлыҡ эштәр тамамланғас, бала сағындағы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәтирәләрен һөйләй.
Ҡәҙерле кешемә 66 йәш. Өлкән булһа ла, йәштәр һымаҡ матур бейей, моңло итеп йырлай. Ул бик яҡшы өләсәй.
Ленария ҠӘРИПОВА,
Өфө ҡалаһының 109-cы мәктәбенең III класс уҡыусыһы.