“Бишле”ләремә ҡыуана19.12.2012
“Бишле”ләремә ҡыуанаӨләсәйем Гөлүсә Ғәйнетдин ҡыҙы Зарипова хәҙер хаҡлы ялда. Ул күп йылдар дауаханала өлкән шәфҡәт туташы булған. Эшхен яратып башҡарғанға күрә хеҙмәттәштәре уны хөрмәт иткән.
Мәктәптән һуң гел тура олатайым менән өләсәйемә барам, әсәйем төнгөлөккә эшкә киткәндә уларҙа ҡуна ҡалам. Өләсәйем тәмле-тәмле бәлештәр, аштар бешереп ашата. Иртән олатайым мине мәктәпкә илтеп ҡуя.
Яҙ ҡәҙерлеләрем себештәр, бәпкәләр ала. Каникулда мин ҡош-ҡорт ҡарашырға ярҙам итәм. Баҡсалағы емеш-еләк өлгөргәс, өләсәйем менән ярыша-ярыша силәктәрҙе тултырабыҙ.
”Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бер ҡасан да бирешмә”, – тип өйрәтә миңә өләсәй. “Аҡыллы, тәртипле, батыр булып үҫ”, – тип яҡшылыҡҡа өндәй.
Өләсәйемде һәр ваҡыт тыңлайым, уға ҡулдан килгәнсе ярҙам итәм. Әсәйем менән икеһенең бәләкәй генә яҡлаусыһы икәнлегемде лә онотмайым. Бер ваҡыт әсәйемде уҫал эт тешләйем генә тигәндә, таяҡ алып, маъмайҙы ҡыуып ебәрҙем. Тағы ла бәләкәстәрҙе йүнһеҙ малайҙарҙан яҡларға тырышам. ” Батыр егеттәр шундай булырға тейеш”, – ти өләсәй.
Өләсәйемдә саҡта
Сәй шыжлап тора газда,
Табала ҡоймаҡ бешә,
Мейестән бәлеш сыға.
Өләсәйем йылмая,
Мин килгәнгә шатлана.
Ленар БӘШӘРОВ.
Т. Рахманов исемендәге Үрге Йәркәй мәктәбенең III класс уҡыусыһы.
Илеш районы.


Вернуться назад