Әңгәмә ҡорҙоҡ бер кистә19.12.2012
Әңгәмә ҡорҙоҡ бер кистә“Нәнәй, өләсәй...” Был һүҙҙәрҙе ишетһәм, күҙ алдыма иң яратҡан кешеләремдең береһе – өләсәйем Мәрйәм Миңлеғәле ҡыҙы Заһиҙуллина килеп баҫа.
Өләсәйемдең үткәндәре, ҡаҙаныштары тураһында бик аҙ белә инем, шуға күрә бер кистә унан интервью алырға булдым.
– Бала саҡта гел генә уҡытыусым Йәмилә апай менән һоҡландым, уның кеүек булғым килде. Хыялым тормошҡа ашты: 1953 йылда мәктәптә эш башланым. Бер аҙҙан Башҡорт дәүләт университетында уҡып сыҡтым, Марксизм-Ленинизм университетын ҡыҙыл дипломға тамаланым.
– Өләсәй, Октябрьский ҡалаһына ҡасан килдең?
– Ете йыл Благовар районында эшләп, 1960 йылда ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә педагогия кабинеты мөдире булып күстем. Эшемдән, хеҙмәттәштәремдән уңдым, алдынғы ҡарашлы кешәләр менән эшләү бәхәте тейҙе.
– Һин бер урында ғына эшләнеңме?
– Юҡ, балам. 1971 йылда ҡала партия комитеты мине 4-се төҙөүселәр училищеһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Коллективыбыҙ бик тырыш булды, бер ғаилә кеүек татыу, күңелле, уңышлы эшләнек. Ул йылдарҙы бик һағынам. Дөйөм хеҙмәт стажым 43 йылға етте.
– Ниндәй наградаларың бар, өләсәй?
– Күп Почет грамотаһы менән бүләкләндем, хеҙмәт ветеранымын. “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “РСФСР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдым.
Ошоларҙы ишетеп, өләсәйемдең шул тиклем дәрәжәле, абруйлы кеше булыуына ҡыуандым, уның менән ғорурландым. Өләсәйем һаман да йәш, матур булып ҡала белә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ: көн дә тәмле бәлештәр бешерә, ҡоймаҡтар ҡоя, ҡорамалар тегә, йылы ойоҡбаштар бәйләй. Унан да тәмлерәк кәбеҫтә тоҙлаусы, унан да нәзәкәтлерәк туҡмас йәйеүсе юҡтыр. Минең дә өләсәйем кеүек бар яҡтан уңған булғым килә!
Карина ЗАҺИҘУЛЛИНА,
3-сө гимназияның IX класс уҡыусыһы.
Октябрьский ҡалаһы.


Вернуться назад