Кәңәшсем дә, дуҫым да19.12.2012
Кәңәшсем дә, дуҫым даМинең өсөн өләсәй икенсе әсәй кеүек. Ул мине бәләкәйҙән тәрбиәләшә, үҙенең балаһы һымаҡ күрә, ауыр саҡта кәңәшсе лә була белә. Һөйөклө өләсәйем бик һиҙгер йөрәкле, барыһын да һүҙһеҙ аңлап тора. Уға эс серҙәремде ышанып һөйләйем.
Олатайым менән икеһе баҡса үҫтерергә яраталар. Баҡсасылыҡ серҙәрен миңә лә өйрәтәләр. “Эшең кешегә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә”, – ти өләсәйем. Уларға ҡарағат, еләк йыйырға ярҙамлашам.
Өләсәйем минең яҡын дуҫым да: бергәләп дәрес әҙерләйбеҙ, китаптар уҡыйбыҙ, шаярып-көлөп тә алабыҙ. “Улым, ипле, матур йөрө, яҡшы билдә алып ҡайт”, – тип көн дә мәктәпкә оҙата мине өләсәй һәм йылы ашы, тәмле сәйе, яҡты йөҙө менән ҡаршы ала. Ул беҙгә һис кенә лә асыулы йөҙ күрһәтмәй. Мин дә, ҡәҙерлемә яуап итеп, уны көйөндөрмәҫкә тырышам, буш ваҡытым булыу менән ярҙамға ашығам – ҡош-ҡортто ҡарашам, мал-тыуарҙы тәрбиәләшәм, өй эштәрендә булышам.
Ғаиләһен, балаларын иң ҙур байлығы тип иҫәпләй өләсәйем. Өс ҡыҙы, бер улы, ике ейәне һәм бер ейәнсәре бар. Барыбыҙ өсөн дә өҙөлөп тора, беҙгә ҡыуаныс, һөйөү, иғтибар ғына бүләк итә. Үҙе сибәр, исеме лә матур – Сәмәрә.
Өләсәй, һине яратам, ихтирам итәм. Оҙа-а-аҡ йәшә, йәме!
Азамат ТЕЛӘҮБАЕВ,
Яңы Собханғол мәктәбенең IV класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.


Вернуться назад