Бергә саҡтарҙы һағынам19.12.2012
Бергә саҡтарҙы һағынамМин бәләкәс кенә саҡта өләсәйем булды. Ул атайымдың әсәһе ине.
Беҙ ауылдың икенсе осонда йәшәнек, өләсәйем килеп, гел мине эйәртеп алып ҡайта торғайны. Ҡустым йоҡлағанда тауышланһам йәки башҡа нәмәлә “ғәйепләнеп” әрләнһәм, “их, өләсәйем тиҙерәк килһен ине” тип теләп ултыра инем.
Уның янына барһам, ҡурсаҡтарыма төрлө матур әйберҙәр тегеп кейендерешер, күп итеп төҫлө ептәр, матур тауар киҫәктәре биреп ҡайтарыр ине. Үҙе ҡул эшенә оҫта булды: ҡорамалары, баҫҡан балаҫтары, бәйләмдәре шул тиклем күп ине. Мине тәү башлап энә-еп тоторға ул өйрәтте. Эш башҡарғанда төрлө әкиәттәр һөйләй, йомаҡтар ҡоя, үҙенең һәм атайымдың бала саҡтарындағы ҡыҙыҡтарҙы мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны. Байрам булһа, боронғоса кейемдәрендә ҡупшыланып, мине эйәртеп, клубҡа барыр һәм рәхәтләнеп тамашаларҙа ҡатнашыр ине.
Өләсәйем Зәйтүнә Йосоп ҡыҙы Төлкөбаева Яңы Монасип ауылында тыуып үҫкән. Һуғыш ваҡытында ул бәләкәй генә булған, шулай ҙа иптәш ҡыҙҙары менән колхоз эштәрендә йөрөгән – баҫыу утау, көтөү көтөү улар елкәһенә төшкән.
Нәби ауылы егете Йәмил Хисаметдинов менән тормош ҡорған. Улар дүрт ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер биргән. Олатай ауырып вафат булғас, өләсәйебеҙ балаларын яңғыҙы ғына ҙурайтып бөткән. Ейән-ейәнсәрҙәрен дә бик ярата ине ул. Беҙ йәйҙәрен күмәк булып, ҡыуанып, уның янында йөрөй инек. Мин беренсе класҡа барыр йылды ул беҙҙе ташлап китте. Өләсәйем менән үткәргән көндәр матур төш һымаҡ күҙ алдыма килә.
Әлиә ХИСАМЕТДИНОВА,
IV класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Нәби ауылы
.


Вернуться назад