Әгәр ҙә бәғзеләр янғын эҫе һәм ҡоро йәйге көндәрҙә йышыраҡ була тип уйлай икән, улар ныҡ яңылыша. Белгестәр билдәләүенсә, «ҡыҙыл әтәс» ҡышҡы һалҡындарҙа ла бирешмәй, киреһенсә, аяуһыҙыраҡ төҫ ала. Бының сәбәбе үтә ябай: кешеләр, торлағын йылытам тип, төрлө тимер мейестәр ҡуллана, тәмәкене лә өйҙә тарта. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе генә кәрәк тип тапмайҙар.
Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙың ҡорбандары исемлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн дә тиерлек арта бара. Мәҫәлән, күптән түгел Учалы ауылында, ике фатирлы ағас йортта янғын сыҡҡан. Баҡтиһәң, өләсәй, йортто йылытам тип, электр ҡоролмаһын тоҡандырған да 2 һәм 7 йәшлек ейәндәре менән йоҡларға ятҡан. Төтөндө күреп, күршеләре ярҙамға ташланған. Ҡатын, өлкән ейәнен тәҙрә аша сығарғансы, бәләкәсе ҡайҙалыр йәшенеп өлгөргән… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала төтөнгә тонсоғоп үлгән. Хужабикәне иһә төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар. Белгестәр билдәләүенсә, йортта электр сымдары ҡағиҙәгә ярашлы үткәрелмәгән, янғын сығыуға тап ошо сәбәпсе булған.
Белорет ҡалаһындағы ваҡиға ла үтә ҡыҙғаныс. Төндә шәхси йорттарҙың береһен ут ялмап алған. Уны һүндергәс, ҡотҡарыусылар йорт урынында 80 йәшлек әбейҙең һәм ике улының мәйетен тапҡан. Асыҡланыуынса, ирҙәрҙең береһе өйҙә тәмәке тартҡан, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында үҙенең һәм яҡындарының ғүмере өҙөлөүгә сәбәпсе булған.
Октябрьский ҡалаһындағы ваҡиға иһә бар йәмәғәтселекте тетрәндерҙе. Биш балалы ғаилә күптән түгел шәхси йортҡа күскән. Торлаҡ газ менән йылытылған. Уның мейесендә йыш ҡына йыуылған әйберҙәрҙе, аяҡ кейемдәрен киптергәндәр (хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле – үҙегеҙ ҙә шулай эшләгәнегеҙ бар, эйе бит?). Уларға ут тоҡанып китер тип, күрәһең, уйламағандарҙыр ҙа. Әммә «ҡыҙыл әтәс» һаҡһыҙҙарҙы көтөп кенә тора – иртәнге алтыла йортта янғын сыға. Ярай әле, өлкән балаларҙың береһе уянып китеп, ата-әсәһен торғоҙған, улар утты һүндереп тә маташҡан. Албырғап, тышҡа йүгереп сыҡҡандар, ә әсә ике бәләкәй сабыйы артынан кире дөрләгән йортҡа ташланған…Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ла, ике сабыйға ла өйҙән тере килеш кире сығырға яҙмаған.
Шуныһы ҡыҙғаныс: бәғзеләр «Донъя бөтә!» тип йәмәғәтселекте тынысһыҙландыра, булыр-булмаҫ уйҙырмалар менән кешеләрҙең мейеһен тултыра. Быға ышаныусылар ҙа бар: баҡһаң, Йыһан күләмендәге катастрофанан ҡурҡыу – космофобия – Ер шарында киң таралған сирҙәрҙең береһе икән. Шул уҡ ваҡытта эргә-тирәләге көндәлек проблемаларға, ваҡ-төйәк мәсьәләләргә иғтибар бүлергә ваҡыт тапмайбыҙ, «бер нимә лә булмай ул» тигән битараф уй менән уттан да, һыуҙан да ҡурҡмайбыҙ. Ул ғынамы! Бәғзеләр үҙе яһаған йылытҡыс менән торлаҡ йылыта, газ плитаһы өҫтөндә кер киптерә, тәмәке тартҡан килеш йоҡларға ята, светофорҙың янғанын көтөп тормайынса, теләһә ҡайһы тирәнән юл аша сыға, автомобилдә ҙур тиҙлектә уҙышырға ярата…
Һөҙөмтәлә, көн һайын йөҙәрләгән-меңәрләгән кешеләрҙең ғүмере ябай иғтибарһыҙлыҡ, алабарманлыҡ, вайымһыҙлыҡ арҡаһында өҙөлә. «Ҡыҙыл әтәс» менән шаярыу бигерәк тә ҡурҡыныс. Белгестәр билдәләй: уттан бигерәк, уның төтөнө яман, кеше бер нисә минутта тонсоғоп, иҫтән ауа. Ошондай хәлгә ҡалырға яҙмаһын: хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре – ғүмер ҡануны, шуны онотмағыҙ.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Эксперт фекереВладимир ГОРИН, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт идаралығының Күҙәтеү эшмәкәрлеге идаралығы бүлеге начальнигы:
– Декабрҙә Башҡортостанда 263 янғын теркәлгән, 21 миллион һумлыҡ матди зыян күрелгән, 30 кеше һәләк булған, 22 кеше йәрәхәтләнгән. Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре — ғәҙәттәгесә, мейесте ҡағиҙәгә ярашлы ҡулланмау (32 %), ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу (47 %).
“Ҡыҙыл әтәс” ҡорбаны булмаҫ өсөн электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ, электр сымдарына артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ, йорттан сығып киткәндә электр ҡорамалдарын һүндерегеҙ, төнгөлөккә ҡалдырмағыҙ. Йорт эсендә пиротехника ҡулланмағыҙ. Алкоголь менән урынға ятып тәмәке тартыу ҙа – йыш ҡына янғындың юлдаштары. Иң мөһиме — балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.