Кисә республиканың Хәрби дан музейында Афғанстан һуғышы иҫтәлегенә “Башҡортостандың яугир-интернационалистары” тип аталған экспозиция асылды.
Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камила Дәүләтова, республиканың хәрби комиссары Анатолий Болтинский, Афғанстан һәм башҡа һуғыштар ветерандары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәһе һәм туғандары, үҫмерҙәрҙең патриотик клубтары ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.
— Афғанстан беҙҙең хәтерҙә мәңгегә һаҡлана, һәм ул шулай булырға тейеш тә. Киләсәктә бер ниндәй ҙә һуғыштар булмаһын, илебеҙ именлектә йәшәһен. Ул һуғышта беҙҙең һалдаттар агрессор һәм емереүсе булмаған, улар тыныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында ҡатнашҡан, — тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. — Был экспозицияны ойоштороусыларға йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индергән өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Афғанстан һәр кемдең йөрәгендә ҡаласаҡ.
Ә. ИЛДУСОВА.