Тағы ла социаль карта хаҡында19.12.2012
Уҡыусыларыбыҙҙың хәтеренә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2012 йылдың 1 ноябренән “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының социаль транспорт картаһы эштән туҡтатылды. Уның функцияһын Башҡортостандың социаль картаһы үтәйәсәк.

Льготалы юл йөрөү шарттары элеккесә ҡала: берҙәм социаль юл йөрөү билетын тулыландырыу айына бер тапҡыр башҡарыла (айҙың 20-һенән киләһе айҙың 10-ына тиклем); хаҡы элеккесә — 400 һум; файҙаланыу ваҡыты — 1 ай; ошо осорҙа транспортта күпме йөрөһәң дә була — һаны сикләнмәгән.
Социаль картаны проекттың логотибы ҡуйылған теләгән бер мәғлүмәт-түләү терминалында, шулай уҡ “Башкомснаббанк”, “Рәсәй почтаһы”, “Башинформсвязь” бүлексәләрендә тулыландырырға мөмкин.
Социаль картаны алыу өсөн Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдарында ойошторолған пункттарҙа, Өфө, Баймаҡ, Бөрө, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Шишмә ҡасабаһында ғариза бирергә мөмкин. Бәләбәй, Дүртөйлө, Ишембай, Туймазы ҡалаларында ғаризалар ҡабул итеү пункты “УралСиб” йәмғиәте бүлексәләрендә ойошторолған.
Даими пункттары булмаған райондарҙа ғаризаларҙы “УралСиб” банкы хеҙмәткәрҙәре ҡабул итәсәк. Үҙегеҙ менән түбәндәге документтарҙы алығыҙ: паспорт, ИНН, мотлаҡ медицина страховка полисы, пенсия танытмаһы, льготаларға хоҡуҡты раҫлаусы документтар.
Социаль карта алып өлгөрмәгәндәр йәшәү урыны буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдарында ваҡытлыса бирелгән социаль карталарҙан файҙалана ала.
Өфөлә өҫтәмә рәүештә 20 декабрҙән ваҡытлыса карталарҙы биреү, тулыландырыу һәм Башҡортостандың социаль карталарын тулыландырыу пункты асыла. Адресы: Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 8-се йорт.
2013 йылдың ғинуары өсөн берҙәм социаль юл йөрөү билетын тулыландырыуҙы ошо йылдың декабрь аҙағына ҡәҙәр тамамларға кәрәк.
Мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: 8 (347) 276-91-23, 8 (347) 276-91-69, 8-800-100-81-80, сайт: www.brsc.ru.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад