Аҡса ваҡытында киләсәк19.12.2012
Оҙайлы Яңы йыл каникулы пенсия килтереүгә тотҡарлыҡ яһамаясаҡ. Барлыҡ тейешле түләүҙәрҙе һәр кем ваҡытында аласаҡ.

Ҡала һәм райондарҙа пенсия түбәндәге график буйынса килтереләсәк:
3 ғинуарҙа — 3-сө, 4 ғинуарҙа — 4-се һәм 6-сы көндәр өсөн;
5 ғинуарҙа — 5-се һәм 7-се, 8 ғинуарҙа 8-се көн өсөн;
9 ғинуарҙан алып пенсия ғәҙәти тәртип буйынса килтереләсәк. Декабрҙә тейешле түләүҙәрен ала алмаған кешеләр уларҙы юллап 3 ғинуарҙан почта бүлексәһе кассаһына мөрәжәғәт итә аласаҡ. Банк иҫәптәренә аҡса килешеүҙә яҙылған ваҡытта күсереләсәк.
Ә. ЯҠУПОВА.


Вернуться назад