Йортта тәртип булмаһа...19.12.2012
(Р. Бикбаев, "Ышаныстар һәм борсолоуҙар". 2012 йыл, 28 ноябрь)
Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, дәреслектәр авторы:
— Депутатыбыҙ, шағирыбыҙ Рауил Бикбаевтың бөгөнгө мәғариф, милләт мәсьәләләрен күтәргән күләмле мәҡәләһе, һис шикһеҙ, бик урынлы булды. Уның фекерҙәре минекенә тап килә — белеүегеҙсә, "Башҡортостан" гәзитендә быға ҡәҙәр донъя күргән яҙмаларымдың барыһында ла ошо тема өҫтөнлөк итте.
Рауил Төхфәт улының дин дәрестәре тураһында әйткән һүҙҙәре менән дә тулыһынса ризамын. Ысынлап та, уларҙы IV кластан уҡытыу бик иртә. Дәреслектә бала өсөн ҡурҡыныс урындар ҙа бар. Мәҫәлән, "Ислам дине нигеҙҙәре"ндә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең алты йәшлек сағы һүрәтләнә. Урамда уйнап йөрөгәндә уны ике фәрештә тотоп ала. Күкрәген ярып, йөрәген һурып алалар ҙа, алтын һауытта йыуып, яңынан урынлаштыралар. Бәләкәй Мөхәммәт һикереп тора ла, бер ни булмағандай, кире уйнай башлай. IV класс балаһы быны нисек ҡабул итергә тейеш? Ғөмүмән, дәреслектә ошондай урындар етерлек.
Гәзиттә донъя күргән яҙмаларымдың береһендә әйтеп үтеүемсә, дини дәреслектәрҙең барыһы ла урыҫ телендә. Балаларыбыҙ, исмаһам, тағы бер сәғәт башҡортса уҡыһын тигән маҡсатта китаптарҙы үҙебеҙҙең телгә тәржемә иттем. Шуныһы ҡыҙыҡ һәм үкенесле: ҡайһы бер милли мәктәптәребеҙ был китаптарҙың урыҫсаһына заказ биргән. Кемдер телде, милләтте һаҡларға тырышҡанда, икенсе берәү киреһенсә эшләп йөрөһә, маҡсатҡа өлгәшеп булырмы? Ғәйепте ситтән эҙләгәнсе, үҙ йортобоҙҙа тәртип булдырайыҡ.
Зөһрә ХӘСӘНОВА, уҡытыусы, Баймаҡ районы:
— Рауил Бикбаевтың бөгөнгө дәреслектәрҙең йөкмәткеһенә айырым иғтибар бүлеүе бик отошло булған. Белемдең генә түгел, тәрбиәнең дә башы тап ошо әсбаптарҙан юл ала бит. Рауил Төхфәт улы һүҙ тейҙерергә тырышмаһа ла, беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә лә (айырыуса өлкән кластарҙа) ҡайһы бер мәғәнәһеҙ миҫалдарға юлығырға тура килә. Был хаҡта ата-әсәнән дә ишеткән бар. Уҡытыусыға әйтәләр ҙә ул, класс, мәктәп йыйылыштарында шым ултыралар. Барыбыҙ ҙа йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ, шулай булғас, ниңә әүҙемлек күрһәтмәйбеҙ? Һәр сөскөргәнгә "йәрхәмбикалла!" тип ултырыр заманмы? Ғөмүмән, белем биреүҙә ата-әсәнең ярҙамы мөһим.
И. МОРАТОВ, полиция хеҙмәткәре:
— Мәҡәләлә "Америка беҙгә өлгө түгел" тигән һүҙҙәр бар. Ысынлап та, Рәсәйҙәге халыҡтар бында элек-электән ғүмер итә, АҠШ-тағылар һымаҡ ситтән килмәгән. Илдә бер милләт кенә булдырыу яҡлы сәйәсмәндәр быны белмәйме ни? Киреһенсә, бик яҡшы аңлай. Быны уларға түгел, ә ябай халыҡҡа төшөндөрөргә кәрәк.