"Башҡортостан" гәзитендәге бер яҙмаһында Мәрйәм Бураҡаева "Уҡымышлы йәштәребеҙ ниңә сит илгә китеүҙе хуп күрә?" — тип борсолоу белдергәйне. Был хәлде аңлау өсөн ошо быуындың бала сағы тура килгән заманды күҙ алдына баҫтырабыҙ.
Үткән быуаттың 90-сы йылдары. Был ҡырағай үҙгәртеп ҡороу осоронда дәүләт яғынан ярҙамһыҙ ҡалған ғаиләләр ҡапыл баҙап ҡалды. Һәр кем үҙенсә көн күреү яғын ҡараны. Хатта ҡайһы бер балалар ата-әсәһе менән урамда һатыу эшенә тотондо. Меҫкендәр бында күпме мәрхәмәтһеҙлек, иреш-талашҡа шаһит булғандыр!
Беҙ, уҡытыусылар, тормоштоң әсе-сөсөһөн бик иртә татыған был быуын ниндәй булып буй еткерер икән, тип борсола торғайныҡ. Хәҙер, ике тиҫтә йыл тирәһе ваҡыт уҙғас, ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкиндер.
Йәштәребеҙ араһында илгә, ергә берекмәгәндәр күп. Был, Мәрйәм апайҙың "Арғымаҡ" китабында әйтелеүенсә, милли рухтың юҡлығы. "Туҡһанынсы йылдарҙа ситкә киткән кешеләр бәхетле" тигән уй һеңгән йәштәрҙең аңына. Ауыр ваҡыттарҙа ауыл Советтарына, социаль органдарға ярҙам һорап килгәндәрҙе ҡайһы бер чиновниктарҙың: "Беҙҙең өсөн таптығыҙмы ни балаларығыҙҙы?" — тип сығарып ебәргән осраҡтары аҙ булдымы? Беҙгә ошо заманда ебәрелгән хаталар өҫтөндә эш башлау мөһим.
Әлбиттә, халҡыбыҙ үтә мөшкөл хәлдә тип әйтә алмайбыҙ — милли рухты һаҡлау йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылды. Милләттәштәребеҙ араһында балаһын башҡортса уҡытырға теләгән ата-әсә бихисап. Әммә һуңғы йылдарҙағы ҡулайлаштырыу, глобалләштереү сәйәсәте был йәһәттән ҙур хәүефкә һала: бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәр ябыла, башҡорт һәм урыҫ кластары берләштерелә.
"Башҡортостанға ҡайтһаң, кем булып эшләр инең?" — тигән һорауға Әхмәтзәки Вәлиди Туған: "Берәй башҡорт ауылында уҡытыр инем", — тип яуап биргән. Эйе, ауыл — милләтебеҙҙең рухын туҡландырып тороусы сығанаҡ. "Бәләкәй" тигән сәбәп менән мәктәптәрҙе ябып, уға балта сабабыҙ түгелме?
Уҡыу-уҡытыу эшендә өс-дүрт йылды ғына күҙ уңында тотоп эш итергә ярамай. Мәктәптәребеҙ бына-бына тулыланырға тора, иншалла. Белем усаҡтарын балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ өсөн төҙөргә тейешбеҙ.
Һорауҙар ифрат күп. Уларға бергәләп яуап эҙләйек, милләттәштәр!
Зилидә ШӘРИПОВА,
БДУ-ның Сибай институтының өлкән уҡытыусыһы.