Мәғариф тураһында яңы Закон проекты: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ19.12.2012
Яңы Закон проекты Рәсәй Дәүләт Думаһында кисә икенсе уҡыуҙа ҡаралды. Ул төбәктәрҙең закон сығарыу органдары, йәмәғәт ойошмалары тәҡдим иткән 1 760 төҙәтмә менән тулыланған. Гәзиттең үткән һандарында яҙып үтеүебеҙсә, проектты әҙерләүҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, мәғариф хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән эш төркөмө лә яҡындан ҡатнашты, үҙ төҙәтмәләрен тәҡдим итте. Әммә борсоулы уйҙар көндән-көн нығыраҡ ҡуйыра. Ил, милләт, тел яҙмышын хәл итер, киләсәгебеҙҙе билдәләр яңы Законда халыҡтың фекере сағылыш табырмы? Тағы ла "ярыҡ ялғаш"та ҡалмаҫбыҙмы?

Оҙайлы бәхәс

Әле илебеҙҙә белем биреү 1992 йылда ҡабул ителгән, артабан күп тапҡыр төрлө төҙәтмә индерелгән "Мәғариф тураһында"ғы Рәсәй Федерацияһы Законы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Замандың ҙур тиҙлектә алға барыуы, ҡырҡа үҙгәрештәр тәү сиратта уҡыу-уҡытыу тармағына йоғонто яһаны. Заманса алымдар, технологиялар, өр-яңы мөнәсәбәттәр, бихисап ҡағыҙ эше, үҙ-ара бәхәс һәм аңлашылмаусанлыҡ... Ошондай мәшәҡәттәр һуңғы сиктә яңы Законға ихтыяж тыуҙырҙы.
Документ 2009 йылда әҙерләнә башлағайны. Шул ваҡытта уҡ халыҡта ҙур хәүеф тыуҙы: белем биреүҙәге өйрәнелгән алымдар бөтөнләй юҡҡа сығарылмаҫмы? Яңылыҡ артынан ҡыуып, ябай кешенең мәнфәғәттәре онотолмаҫмы? "Уҡытыу түләүлегә әйләнә икән" тигән йүгәнһеҙ һәм, аҙаҡтан асыҡланыуынса, урынһыҙ хәбәр халыҡты айырыуса ҡуҙғытып ебәрҙе. Интернетҡа күҙ һалғанда ғына, был йәһәттән ҡыҙыу фекер алышыу ике-өс йыл тирәһе тынмай.
Ғөмүмән, яңы проект, аҙым һайын тиерлек нигеҙле һәм нигеҙһеҙ ҡаршылыҡтарға осрап, тормошҡа бик ауыр ашырыла. Был, әлбиттә, власҡа ниндәйҙер кимәлдә мәшәҡәт тыуҙырһа, халыҡ өсөн ҡулай. Әммә, ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренсә, һүҙ әйтергә мөмкинлек биреүҙәре күҙ буяу өсөн генә булыуы ла ихтимал: власть барыбер үҙе өсөн генә уңайлы законды ҡабул итәсәк.

40 миллион яҙмыш

Һәр хәлдә, мәғариф буйынса яңы Закон проектын "халыҡ документы" тип атарға урын бар. Был хаҡта "Комсомольская правда" гәзитендәге әңгәмәһендә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының статс-секретары Наталья Третьяк та белдерҙе. "Проекттың йәмғиәттә шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы ғәжәпләндермәй, — тигән ул. — Илдә 30 миллион тирәһе мәктәпкәсә йәштәге бала, уҡыусы, студент иҫәпләнә. Бынан тыш, белем биреү һәм фән өлкәһендә ун миллионға яҡын кеше эшләй. Проект буйынса бик оҙаҡ — ике йылдан ашыу — фекер алышыу барҙы. Министрлыҡтың сайты аша илдә йәшәгән һәр кемгә документҡа үҙ тәҡдимен индереү мөмкинлеге бирелде. Һөҙөмтәлә йәмғиәт тарафынан яҙылған проект килеп сыҡты, тип әйтә алабыҙ. Яңы Закон элеккеһенән күпкә яҡшы буласаҡ".
Рәсәйҙә йәшәгән һәр дүртенсе кешенең, йәғни 40 миллион самаһы яҙмышҡа йоғонто яһаясаҡ яңы закон барыһының да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәкме? Статс-секретарҙың өмөтлө фекерҙәре һорау тыуҙырмай ҡалмай. Мәҫәлән, проектта эшселәр ҡасабаһында, ауыл ерендә йәшәгән уҡытыусыларға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә һәм методик әҙәбиәткә түләү өсөн ҡаралған ташламалар хаҡында һүҙ булмауы борсоуға һалды. Педагогтарҙы төбәк иҡтисадындағы уртаса эш хаҡы менән тәьмин итеүҙе гарантиялаған нормалар ҙа телгә алынмаған.
"Барыһы ла һаҡланды, — тип ҡаршы төшә быға Наталья Владимировна. — Проекттың 114-се статьяһында әйтелеүенсә, уҡытыусыларға һәм студенттарға тәғәйен социаль гарантиялар һаҡлана. Улар төбәк тарафынан да, федераль кимәлдә лә кәметелә алмай. Өҫтәүенә, элекке Закондан айырмалы, яңыһында был гарантияларҙы тормошҡа ашырыуҙың аныҡ механизмдары билдәләнгән. Шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм студенттарға социаль ярҙам тәғәйенләү буйынса төбәктәрҙең идара органдарына өҫтәмә вәкәләтлек биреләсәк — был элек булмай торғайны".
Уҡытыусыларға методик әҙәбиәт өсөн компенсация һаҡланды, ти проектты төҙөүселәр. Ә профсоюздар, киреһенсә, түләүҙәр юғалды, тип бара. Наталья Третьяк әңгәмәһендә был йәһәттән дә асыҡлыҡ индергән.
"Яңы Законға ярашлы, компенсацияның күләме уҡытыусының хеҙмәт хаҡына өҫтәлә, — ти статс-секретарь. — Ғилми дәрәжә, маҡтаулы исем өсөн өҫтәмә түләүҙәргә лә ошондай норма ҡаралған. Улар әле лә, айырым түләнһә лә, ысынында хеҙмәт хаҡының өлөшө һанала".
Әңгәмәлә билдәләнеүенсә, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, педагогтар төбәк иҡтисадындағы уртаса эш хаҡы кимәлендәге түләүҙәр менән йыл аҙағынаса тәьмин ителергә тейеш. Студенттарҙың хоҡуғына ҡағылышлы үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, уларҙың үҙидара органдары стипендияның күләмен билдәләүгә йоғонто яһай аласаҡ.

Уҡыу түләүле буласаҡмы?

Юҡ. Дәүләт мәктәпкәсә тәрбиә биреүҙең, дөйөм һәм юғары белемдең түләүһеҙ булыуын тәьмин итәсәк. Шул уҡ ваҡытта яңы Закон дәүләткә ҡарамаған мәғариф учреждениеларында ла бюджет иҫәбенә түләүһеҙ юғары белем алыу мөмкинлеген нығыта. Һәр уҡыусыға, студентҡа уҡыу программаһын һәм курстарын һайлап алырға рөхсәт ителәсәк. Был алым яҙмышын сәнғәткә, спортҡа бәйләргә теләгән бала өсөн айырыуса отошло. Әйтәйек, ҡайҙалыр спорт менән ныҡлы шөғөлләнгән уҡыусы үҙ һөҙөмтәләрен мәктәбендәге физкультураға күсертә ала һәм был дәрескә йөрөмәү хоҡуғына эйә буласаҡ.
Үкенескә ҡаршы, Наталья Третьяк менән әңгәмәлә мәғариф учреждениеларында бөгөн киң таралған һәм ата-әсәне йонсотҡан түләүле хеҙмәттәр буйынса аныҡ тәҡдимдәр юҡ. Балалар баҡсаларына ҡағылышлы ғына бер аҙ мәғлүмәт бар. Әйтәйек, әле ата-әсә учреждениела сабыйҙы ҡарауға тотонолған аҡсаның 20 процентын түләй. Яңы Закон проектында был йәһәттән үҙгәреш юҡ. Ә бына күп балалы ғаиләләргә, ғөмүмән, ташламаға хоҡуғы булғандарға төрлө ярҙам ҡаралған. Етемдәр бөтә түләүҙәрҙән азат.
"Дәүләт тарафынан белем биреү тармағын финанслау кәмейәсәк, шуны аҡлау өсөн яңы Закон әҙерләйҙәр", — тип шик белдерә ҡайһы бер кеше. Әммә, Наталья Третьяктың һүҙҙәренсә, был — бары тик уйҙырма. "Рәсәйҙең һуңғы биш йыллыҡ һәм 2013-2014 йылдарға планлаштырылған бюджетын ҡарағыҙ, — ти ул. — Мәғарифҡа сығымдың кәмеүен күрәһегеҙме? Киреһенсә, йылдан-йыл үҫә. Был аҡсаны һөҙөмтәлерәк файҙаланыу өсөн дә яңы Закон кәрәк".
Белеүебеҙсә, әлеге ҡатмарлы хәл — ауыл мәктәптәрен ҡулайлаштырыу, өр-яңы йә иһә төҙөкләндерелгән белем усаҡтарына йоҙаҡ элеү, уҡыусыларҙы автобус менән ташыу, педагогтарҙың эшһеҙ ҡалыуы — тап ошо "һөҙөмтәле файҙаланыу"ҙың әсе емеше. Башҡа үҙәк гәзиттәрҙәге мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, хәҙер был киҫкен мәсьәлә ауылдарҙы ғына түгел, ҡала мәктәптәрен дә урап үтмәйәсәк. Тәүге аҙым Мәскәүҙә яһалған. Мәҫәлән, һуңғы йылда ғына баш ҡалалағы 302 мәктәптән 162 белем усағы ойошторғандар. Төп сәбәп шунда: уҡыу йорттары араһында конкуренция көслө, һөҙөмтәлә берәүһенә уҡыусылар күпләп килә, икенсеһенә еткерә алмайҙар. Был хәл Рәсәй төбәктәрендәге башҡа ҡалаларға ла хас, тимәк, уларҙа ла үҙгәрештәр башланыуы бик ихтимал.

Тәҡдимдәрҙе әйттек тә ул...

Проекттағы аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырған әлеге мәсьәләләрҙең күбеһенә беҙҙең депутаттар төҙәтмәләр тәҡдим иткәйне. Рәсәй Дәүләт Думаһындағы йыйылышта республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов яҡташтарыбыҙҙың дөйөм фекерен еткерҙе (был хаҡта мәҡәлә гәзиттең 17 ноябрь һанында донъя күрҙе).
Беҙҙең эш төркөмө ауыл халҡының фекерен иҫәпкә алмайынса, белем биреү учреждениеларын ябыу мәсьәләһе буйынса ла үҙ һүҙен әйтте. Проекттың тәүге вариантында муниципаль уҡыу йорттарын үҙгәртеп ҡороу йә иһә бөтөрөү ҡала һәм район округтары вәкилдәренең ризалығы менән башҡарыла, тиелгәйне. Беҙҙең белгестәр: "Ауыл халҡының да фекерен иҫәпкә алырға кәрәк", — тигән тәҡдим индерҙе. Был төҙәтмәне иҫәпкә алыу һөҙөмтәһеме, Наталья Третьяк әңгәмәһендә: "Һәр төрлө белем биреү учреждениеһын үҙгәртеп ҡороу йә ябыу мәсьәләһе ата-әсә, уҡыусылар, студенттар, шул биләмәлә йәшәгән граждандар ҡатнашлығындағы махсус комиссияның баһаһынан һуң ғына бойомға ашырылырға тейеш", — тип белдергән. Әммә "бында сифатлы белем бирелә" тигән гарантияның да булыуы мөһим.
Проектта дистанцияла уҡытыуҙы көсәйтеү саралары ла ҡаралған. Был алым ауыл мәктәптәрендә сифатлы белем биреүгә, тимәк, белем усағын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана.

Башҡорт теленә урын бармы?

Республиканың проектҡа төҙәтмәләр индереү буйынса эш төркөмө милли төбәктәрҙә дәүләт статусына эйә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен дә күтәреп сыҡҡайны.
— Бөгөнгө Закондан айырмалы, проектта милли телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу буйынса айырым статья юҡ, дәүләт теле булараҡ урыҫ телендә белем алыу мөмкинлеге менән генә сикләнелә, — тигәйне Әлфис Ғаязов Дәүләт Думаһындағы сығышында. — Яңы проект белем биреү өлкәһендә комплекслы документ булғанлыҡтан, унда Рәсәй субъекттарының дәүләт телдәрен уҡытыуға ҡағылышлы һорауҙар ҙа сағылыш табырға тейеш. Республикаларҙың дәүләт телдәрен өйрәтеү урындағы ҡануниәт тарафынан көйләнергә тейешлеге хаҡында "Мәғариф тураһында"ғы Законда әйтелгән положениеларҙы проектта ла һаҡларға тәҡдим итәбеҙ.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Наталья Третьяктың әңгәмәһендә был хаҡта һүҙ юҡ. Һәр хәлдә, беҙҙең был тәҡдим дә иҫәпкә алыныр тигән өмөт бар. Ни тиһәң дә, әле был мәсьәлә — иң мөһимдәрҙең береһе.


Вернуться назад