Бәхил бул, ҡәләмдәш...19.12.2012
Бәхил бул, ҡәләмдәш...Һәләтле һәм тәжрибәле журналист башҡорт милли матбуғатын үҫтереүгә күп көс һалған Марат Фәйзрахман улы Моратовтың йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтаны...

Диңгеҙ флотында сынығыу алған моряк булараҡ, ҡурҡынысҡа ҡаршы уйлап та тормай ташлана ине ул. Урамда кемделер ҡыйырһытыусы хулиган осраһынмы, кешенең үтенесенә ҡолаҡ һалырға теләмәүсе түрә-ҡара булһынмы — яҡлашырға һәр саҡ әҙер торҙо. Үҙе шул уҡ ваҡытта бай хис-тойғоло ине. Учалы районының “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзите тәүге шиғырҙарын баҫа башлағанда, Марат мәктәпте лә тамамламағайны әле. Һүҙ маһирлығына оҫталығы уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килгәндер ҙә инде. Тел, әҙәбиәт, тарих уҡытыусыһы булып эшләгәндә лә, интернат тәрбиәсеһе хәстәрен иңенә һалғанда ла балаларҙы тик ғәҙеллек һәм хәҡиҡәт юлына өндәүенә иманыбыҙ камил. Ғүмеренең һуңғы тиҫтә йылдан ашыуы “Башҡортостан” гәзитенә бәйле булды. Уның ғәҙеллек даулап яҙылған мәҡәләләре йыш баҫылды. Үҙенә лә шул арҡала ел-ямғыр теймәй ҡалмағандыр.
Бәхил бул, Марат Фәйзрахман улы... Ҡараңғы гүрең яҡты, һине һыйындырған тыуған тупрағың мамыҡтай йомшаҡ булһын. Ҡояштай көләс йөҙөң, яҡты рухың, үткер ҡәләмең менән яҙылған фәһемле мәҡәләләрең беҙҙең күңелдә мәңге һаҡланыр.
“Башҡортостан”дар.


Вернуться назад