“Төньяҡ амурҙары”ның яу юлдары ни һөйләй?19.12.2012
“Төньяҡ амурҙары”ның яу юлдары ни һөйләй?1812 йылғы Ватан һуғышы – башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихының иң иҫтәлекле һәм сағыу биттәренең береһе. Үҙенең тарихи романдары менән әҙәбиәтебеҙҙә ныҡлы урын алған билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәрен уҡыған саҡта бынан ике быуат элек булып уҙған хәл-ваҡиғаларҙың аң-зиһенебеҙгә, хис-тойғоларыбыҙға ауаздаш булыуы шуны раҫлай. Был иң элек яҙыусының дилогияһында халыҡ тормошоноң киң ҡоласлы, эпик планда һүрәтләнеүе менән аңлатылырға тейеш. Шуның менән бергә әҫәрҙең күп йәһәттән документаллеккә нигеҙләнгән булыуы ла мөһим. Беҙ унда төрлө рәсми эш ҡағыҙҙары, хаттар, иҫтәлектәр, приказдар һ.б. менән бер рәттән халыҡ ижадының да киң ҡулланылыуын күҙ уңында тотабыҙ.

Әлбиттә, художестволы әҫәрҙең документаллеккә ҡоролоуы уҡыусыла яҙыусының һәр һүҙенә ышаныс уятҡан һымаҡ, яҙыусының да үҙе һүрәтләгән хәл-ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡта булып үткәненә ышаныуы мөһим. Ул быға бары конкрет факттарҙы аң-зиһене аша үткәреп, уны образлы итеп һүрәтләү аша ғына өлгәшә ала, ә бындай конкрет факттар йыш ҡына яҙыусыны үҙе көтөп ятмай. Уға юлығыу өсөн ҡайһы саҡ оҙон һәм оҙайлы юл үтергә тура килә. Яныбай Хамматов та “Төньяҡ амурҙары” дилогияһына шундай юл үтеп килә. Үҙе яҙғанса, “урындағы материалдар менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, Мәскәү, Ленинград, Пермь, Куйбышев, Силәбе, Ырымбур, Ҡазан, Владимир, Горький һәм Чебоксар ҡалаларында һаҡланған архивтарҙы өйрәнә, һирәк осрай торған китаптар һәм монографиялар менән таныша, күренекле тарихсылар менән осраша, хатта ул, “бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев Толстой ижади уҡытыусым булды”, тип раҫлай.
Беҙҙеңсә, ул һуңғы фразаны бушҡа ғына ҡулланмай. “Төньяҡ амурҙары” әҫәренән, бөйөк урыҫ яҙыусыһының үҙенә оҡшатыбыраҡ әйткәндә, “Һуғыш һәм солох” романының еҫе аңҡып тора. Дилогияның авторы үҙе лә һүҙмә-һүҙ әйткәндә: “Бөйөк яҙыусының әҫәре йоғонтоһона бирелеп, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт казачий полктарының батырлығы хаҡындағы тарихи материалдарҙы, халҡыбыҙҙың шул саҡтағы тормошон, көнкүрешен, уларҙың һуғыш ҡоралдарын, кейемдәрен оҙаҡ һәм ныҡышмалы рәүештә өйрәнә башланым” тип таный, ә инде уның был йәһәттән ихласлығына, ҡолас йәйеп эш итеүенә үрҙә телгә алынған ҡалаларҙың исемдәре үҙҙәре шаһит. “Ундай әҫәр яҙыу өсөн миңә атай-олатайҙарҙың эҙенән үтеү кәрәк ине”, — тип аңлата быны яҙыусы.
Автор ошо эҙҙе юллауҙы Наполеонды тарихҡа алып сыҡҡан француздарҙың баш ҡалаһы Париждан башлай. Шуныһы фәһемле: яҙыусының унда барыуы “1814 йылдың 20 мартында казактар менән казачий башҡорт полктарының Парижға ингән көнөнә тура килә”. Икенсе тапҡыр атай-олатайҙарҙың эҙе, Берлин архивында булғандан һуң, уны 1813 йылдың көҙөндә француз ғәскәрҙәренең яҙмышын хәл иткән Лейпциг ҡалаһы янындағы ике яҡтың алышы иҫтәлегенә ҡуйылған “Халыҡтар һуғышы” һәйкәленә алып килә. “Шул саҡтағы ҡала күренешен һәм дәһшәтле бәрелеш булған ваҡытта француздар менән союздаш ғәскәрҙәр урынлашҡан урындарҙы ентекләп өйрәндем”, — тип яҙа был хаҡта яҙыусы.
Яныбай Хамматов уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорттар хаҡында шул дәүерҙән килгән легенданың төбөнә төшкән һәм уны ҡайтанан тарихи фактҡа әүерелдергән “төньяҡ амурҙары” вариҫтарынан берҙән-берәүҙер, моғайын. Веймар ҡалаһы архивында булғанда, унан йөҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Шварца исемле ауылда бер тарихи уҡ һаҡланыуы хаҡында белә. Ауылға килгәс тә ул бының шаһиты була. Сиркәүҙә яҙыусыға баш бармаҡ йыуанлығындағы уҡты күрһәтәләр. Ул бер метр оҙонлоғонда, ныҡ тутыҡҡан була. Уҡ әҙип килерҙән бер ай алда ғына сиркәү башняһында торған урынынан ысҡынып төшкән. Унда элек ҡәҙимге башҡорт уғы ҡаҙалып торған. Ул сереп килеп төшкәс, урынына ошо ҡорос уҡты ҡуйғандар. Ваҡыт уны ла йәлләмәгән. Яҙыусы ауылға килгәндә ул да башняла булмаған. Әммә уны Хамматовтың күҙ алдында ҡайтанан күтәреп, элекке урынына нығытып ҡуялар. Уҡҡа ауыл халҡының мөнәсәбәтен 1980 йылда “Киске Берлин” гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәлә бер ни ҡәҙәр асыҡлай булырға тейеш. Ундағы һүрәт аҫтына “Был уҡты амурҙар түгел, башҡорт һуғышсылары атҡан” тип яҙылған була. Тимәк, “төньяҡ амурҙары” атамаһы үҙ ваҡытында легенда ғына булмаған. Гәзиттең шундай аңлатма биреүендә тәрән мәғәнә бар. Шварца ауылы халҡы ла уны тиккә генә ҡәлғә архивында ҡәҙерләп һаҡламай. Уның өсөн был ҡомартҡының амурҙар атҡан уҡ булыуы ҡиммәт.
Әлбиттә, башҡорт һыбайлыларының эҙенән Европа юлдарын тапағанда уларға бәйле хәтирәләрҙең ошолай оҙон ғүмерле икәнлегенә шаһит булыу яҙыусы өсөн баһалап бөткөһөҙ табышҡа тиң була. Хәҙер инде тыуған тупрағынан Парижға тиклем яу юлдары үткән башҡорт атлылары яҙыусының хис-тойғоһонда бары шул һынында, алыҫ немец ауылында быуындан быуынға бирелә килгән амурҙар образында ғына күҙаллана ала ине. Шулай, уҡ-һаҙаҡ таҡҡан һыбайлы амурҙар берәүҙәрҙең ҡотон алһа, икенселәр уларҙың иҫтәлеген именлек ҡото күреп ҡәҙерләп һаҡлай, әле лә башҡорт һыбайлыларының амурҙар булыуына ышана.
Дилогияға 1812 йылғы Ватан һуғышы беренсе китаптың икенсе киҫәгендә генә килеп инә. Был хаҡта Ырымбурҙың хәрби генерал-губернаторы кенәз Волконскийға бары июль урталарында ғына билдәле була. Ул һуғыш башланыуы хаҡында Петербургтан сапҡын килтергән донесениенан белә: Наполеон Бонапарт 12 июндә Рәсәйгә ҡаршы һуғыш асып, француз ғәскәрҙәре ил сигенә үтеп ингән. Яҙыусы хатта хәрби генерал-губернаторға билдәле булған көндө лә асыҡлап ҡуя: ул —18 июль. Был көндәрҙә инде Петербургтан килгән фарман буйынса үҙ ваҡытында көнбайышҡа ил сигенә ебәрелгән Беренсе һәм Икенсе башҡорт полктары дошман менән бәрелешергә өлгөргән инде. Улар байтаҡ ҡына лагерь шарттарында һуғыш һөнәренә өйрәнеү күнекмәләре үткәнлектән, быға әҙер була. Беренсе башҡорт полкы 1812 йылдың мартында уҡ Рәсәйҙең көнбайыш сигенә килеп етеп, Неман йылғаһы буйында Дон казактары атаманы Платов корпусы составында дошманға йөҙгә-йөҙ ҡаршы тора ине. Уға йылға аръяғындағы һәр хәрәкәтте ныҡлы күҙәтеү аҫтында тотоу йөкмәтелгәйне. Француздар үҙҙәрен 1807 йылда Тильзит солохо менән бөткән һуғышта ошо уҡ Неман ярҙарында үҙҙәренең ҡотон алған “төньяҡ амурҙары” көткәнен белмәй ине әле.
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары хаҡындағы легендаға әүерелер был ҡанатлы атаманың ҡайҙан килеп сығыуы әҫәрҙән беҙгә билдәле инде. Уның хаҡында беҙ тәүге тапҡыр Ырымбур хәрби генерал-губернаторы кенәз Волконскийҙың йортонда уның дуҫ-иштәре, туған-тыумасалары һәм таныш хеҙмәттәштәре йыйылып ҡунаҡ була торған бер осрашыуҙа ишетәбеҙ. Унда үҙ губернаһының төп халҡы — башҡорттар хаҡында губернаторҙың һүҙ башлауы быға сәбәпсе була. Ул Тильзит солохо менән тамамланған һуғышты иҫкә алыуға бәйле килеп тыуа. Губернаторҙы ошо һуғышта Фридланд эргәһендәге аҙаҡҡы бәрелештә башҡорт казактары күрһәткән батырлыҡ ҡыҙыҡһындыра. Ул шул хаҡта гусар полковнигының фекерен белергә теләй.
Һөйләшеү барышында шул асыҡлана: француздарға ҡаршы аҙаҡҡы һуғышта барлығы егерме башҡорт полкы ҡатнаша. Шуларҙың өсәүһе гусар полковнигы ҡарамағында була. Һуғышта Рәсәйҙең союздашы Пруссия француздар алдында ҡорал һалғандан һуң да урыҫ ғәскәрҙәре, шул иҫәптән башҡорт полктары, туғыҙ ай буйы дошманға ҡаршы тороуын дауам итә. Башҡорт һыбайлылары, үҙҙәренең етеҙлегенән файҙаланып, йыш ҡына француздарҙың тылына үтеп инә, уларҙың хәрби запастарын һәм аҙыҡ-түлеген юҡ итә йәки үҙҙәре яғына алып сыға торған булған. Тылдарына үтеп ингән башҡорт полктарының һөжүме һәр саҡ француздарҙы ҡурҡыныс аҫтында тотҡан, уларҙа шау-шыу тыуҙырған, өҫтәмә көстәр бүлергә мәжбүр иткән. Башҡорт атлылары Неманға табан сигенеүсе урыҫ ғәскәренең именлеген һаҡлауҙа ҙур батырлыҡ күрһәтә, уҡ-һаҙаҡ һәм һөңгө менән ҡоралланған ғәжәп кейемдәге һыбайлыларҙың көтмәгәндә берҙәм ябырылыуы француз һалдаттарының ҡотон алған, уларға Амур-Эрот алла үҙе осоп төшөп һөжүм итә һымаҡ тойолған. Бындай саҡта улар: “Jos amours du nord”, — тип кемуҙарҙан ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәй йән-яҡҡа таралышҡан. Ҡамсат бүрек, бишмәт, аяҡтарына тула ҡуныслы сарыҡ ҡата кейгән был ят һыбайлылар француздар өсөн шулай “төньяҡ амурҙары”на әүерелә: уларҙың ер кешеләре булмауына инаныу арта.
Тельзит ярашыуы менән бөткән француздарға ҡаршы һуғышта башҡорт полктары, шул иҫәптән атаман Платов корпусына буйһонған өс башҡорт полкы ла, сигенеүсе урыҫ ғәскәрҙәре Неман йылғаһы аша сығып бөтмәй тороп, тотҡан позицияһын ҡалдырып китмәй.
Генерал-губернатор йортондағы ошо осрашыуҙағы һөйләшеү киңәйә төшөп, башҡорттарҙың Рәсәй батшалығына үҙ теләктәре менән ҡушылғандың тәүге йылдарынан уҡ урыҫ ғәскәре сафында сит ил походтарында һәм төрлө һуғыштарҙа ҡатнашыуына барып сыға. Ырымбур казактары ғәскәре атаманы полковник Углицкий генерал-губернаторҙың улы йәш кенәз Сергейҙың һорауына яуап итеп, 1558–83 йылдарҙағы Ливон һәм Ҡырым һуғыштарында башҡорт полктарының да ҡатнашыуы, Азов өсөн һуғышта ла, 1608 йылдың декабрендә Польша-Швед интервенцияһы осоронда ла уларҙың урыҫ ғәскәрҙәре менән бергәләп дошманды ҡыйратыуы хаҡында ентекләп һөйләп бирә.
Ләкин йәш кенәз бының менән генә сикләнмәй, уға һорау артынан һорау яуҙыра. Полковник Углицкийға башҡорт атлыларының Минин һәм Пожарский етәкселегендәге ополчение сафында Мәскәүҙе поляк пандарынан азат итеүҙә ҡатнашыуын һөйләгәндә үҙ көсөн раҫлау өсөн батша тарафынан Өфө воеводаһына бирелгән грамоталағы башҡорттарҙың элгәре замандарҙан Рәсәйгә тоғро хеҙмәт итә килеүе тураһындағы юлдарҙы яттан булһа ла һүҙмә-һүҙ ҡабатларға тура килә. Уның шулай уҡ башҡорттарҙың әүәл-әүәлдән Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡлауҙа ҡатнашыуы, 1754 йылдан бының уларға бурыс итеп йөкмәтелеүе, 1760 йылда башҡорттарҙың казактар һәм драгундар менән бергә Берлинды алыуы, ғөмүмән, батшалыҡ тарафынан ойошторолған барлыҡ сит ил походтарының береһенән дә ситтә ҡалмауы хаҡында күпте белеп һөйләүе 1806 – 1807 йылдарҙа француздарға ҡаршы һуғышта орден һәм ҡиммәтле ҡорал менән бүләкләнгән штаб-ротмистр дәрәжәһендәге ун һигеҙ йәшлек кенәзде таң ҡалдыра. Ул үҙ нәүбәтендә Ырымбур казактары ғәскәре атаманы менән аралашыуынан үтә ҡәнәғәт ҡала.
Яҙыусы әҫәрендә “төньяҡ амурҙары”ның 1812 йылға Ватан һуғышындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуын һүрәтләүгә күскәнгә ҡәҙәр ошолай башҡорт халҡы өсөн Рәсәйҙең һәр ҡарыш ерен һаҡлауға әҙер тороуҙың традицияға әүерелгән киң понарамаһын тыуҙыра. Һуғыш башланаһы көн дә дилогияла уҡыусы күҙе алдына билдәле бер һынында килеп баҫа. Был хаҡта автор үҙе лә: “Дәһшәтле ҡәһәр һуғыштың ҡасан башланыр-башланмаҫы бер кешенән – француз императоры Наполеон Бонапарттан ғына ғибәрәт ине”, тип яҙа. 1812 йылдың 11 июнь көнө, һис шикһеҙ, уның ошо аҙымынан башҡа тарих өсөн бер ни тормаҫ ине. Яҙыусы быға документаль һүрәтләү аша өлгәшә. “Француздарҙың кавалерияһы, уҡсылар корпусы, артиллериялары, аҙыҡ һәм хәрби ҡоралдар тейәүле бик күп һандағы ылауҙары артынса, Глогау, Познань, Торн, Данциг, Мариенбург, Кенингсберг, Гумбинел ҡалалары аша үтеп, 1812 йылдың 11 июнендә, иртәнге таң һарыһы беленер-беленмәҫтән, француз императоры Наполеон Ковно ҡалаһына килеп етте”, тип яҙа автор.
(Дауамы бар).
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы, Башҡортостан фәндәр академияһының почетлы академигы.


Вернуться назад