Рухыбыҙҙы һынар саҡ!19.12.2012
Башҡорт зыялыларына асыҡ хат

Милли баҫмаларҙың хәле үтә аяныс хәлдә булыуын иҫәпкә алып, башҡорт зыялыларына, үҙҙәрен милләтебеҙҙең улы һәм ҡыҙы тип һанаған арҙаҡлы шәхестәребеҙгә асыҡ хат яҙырға баҙнат иттем. Бәлки, күңелем әрнеүҙәре, йөрәк һыҙлауҙары уларға ла барып ишетелер, тим.

Билдәле булыуынса, Зәки Вәлиди сит илгә китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”н яҙа. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың да бөтәбеҙгә таныш “Халҡыма хат” поэмаһы бар. Ни өсөн мин дә ҡулыма ҡәләм алып, башҡорт зыялыларына асыҡ хат яҙырға мәжбүр булдым һуң?
Әле ваҡытлы матбуғат өсөн бик яуаплы осор – киләһе йылға гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Бөгөн һәр беребеҙҙең рухын һынар саҡ. Милләтебеҙ яҙмышы беҙ күнеккән һайлауҙар мәлендә генә түгел, ә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барған осорҙа ла һыналыуын онотмайыҡ әле. Ысынлап та, тап бөгөн, милли баҫмаларҙың артабанғы яҙмышы хәл ителер ваҡытта, күптәрҙең матбуғаттың яҙмышына битараф булыуы аптырата. Аптыратып ҡына ҡалмай, һағайта ла. Редакция хеҙмәткәрҙәре әле унда, әле бында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө “йомшаҡ ултырғыс” биләп ултырған ағайҙарға гәзиткә яҙылырға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ә һөҙөмтә – нуль! Исмаһам, шул ағай-апайҙар үҙҙәре генә булһа ла гәзиткә яҙылһасы?! Барыһын да бер бизмәнгә һалыу дөрөҫ булмаҫ, ләкин шулай ҙа күпселеге милли баҫмаларҙы алдырмай, уҡымай, хатта таратыуҙа ла ярҙам ҡулы һуҙмай. Юғары трибуналарҙан “халҡым”, “телем”, “илем” тип лаф орабыҙ, ә милләттең артабанғы киләсәген билдәләүсе милли матбуғатҡа яҙылыу тураһында һүҙ сыҡҡанда, ниңәлер башты ситкә борабыҙ.

Баш ҡалабыҙ Өфө тарафтарына юл йыш төшмәһә лә, һирәкләп булһа ла барырға тура килә. Матбуғат йортонда билдәле яҙыусыларҙы һәм шағирҙарҙы йыш осратам. Баштараҡ уларҙың редакцияларға йөрөүен хуплап, йәштәргә әйтер һүҙҙәре барҙыр, һабаҡ бирәлер, тип ҡыуана инем. Әммә, ҡасандыр әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡып, ошо әҙиптәр тураһында юғары фекерҙә булып, үҙем ижадтарын уҡыусыларға еткереү өсөн бихисап эш башҡарып йөрөгәс, бөгөн редакцияларға ни өсөн йышлауҙарын үҙ күҙҙәрем менән күргәс, өҫтөмә бысраҡ һыу ҡойолғандай тойолдо. Гәзит-журнал биттәрендә беҙгә өгөт-нәсихәт биргән, шиғырҙары, әҫәрҙәре менән күңелебеҙҙе яулаған яҙыусыларыбыҙ сираттағы ижад емештәре баҫылған гәзит һанын теләнселәп һорарға килгән. Тимәк, үҙҙәре йортона алдырмай?! Ғәрлеге ни тора! Нисек үҙең алдырмаған милли баҫмаға ижад емешеңде килтерәһең инде?! Уйлап ҡараһаң, тап яҙыусылар һүҙ ҡәҙерен белгән халыҡ бит. Рухиәт һаҡсылары, милләтебеҙ ҡото ла тап улар.
Йөрәгендә шиғриәттең ярһыу толпарын йүгәнләгән, әҫәрҙәре менән тотош халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған әҙиптәрҙең гәзит-журнал һоранып, бер редакциянан икенсегә йөрөүе – башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Күптәр минең фекерем менән риза булмауы ла ихтимал. Бәғзеләре пенсияның бәләкәйлегенә һылтаныр, икенселәре күҙ күрмәүгә зарланыр, әммә йөрәгендә милли рухы булған, башҡорт милләтенең киләсәге өсөн борсолған һәр кемдең дә «Башҡортостан» гәзитен алдырыуы намыҫ эше. Киләсәктә бар мөхәррирҙәр ҙә бер булып, мәҡәлә авторҙарынан да, ижад өлгөләрен тәҡдим иткән әҙиптәребеҙҙән дә гәзиткә йә иһә журналға яҙылған квитанцияһын талап итергә кәрәктер, бәлки. Шул сағында, кем белә, яҙылырҙар ҙа ине...
Бөгөн республикала атҡаҙанған тигән маҡтаулы исемде йөрөткән артистар, яҙыусылар, йырсылар һәм башҡа һөнәр кешеләре байтаҡ. Ә шулар араһында милли матбуғатҡа яҙылыусылар бик һирәк. Ниндәйҙер ҡорҙа, байрамда йәки тантанала сәхнәгә сығып халыҡ исеменән телмәр тотоусылар йышайғандан-йышая, аныҡ сара күреүселәр генә табылмай. Күптән түгел Сибай ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының күсмә кәңәшмә-конференцияһы булды. Төрлө район һәм ҡалаларҙан килгән урындағы ҡоролтай етәкселәре менән һөйләшеп торғанда, һүҙ ыңғайы ғына “Башҡортостан”ға яҙылыу-яҙылмауҙарын һорашам. Күбеһе «юҡ» тип яуап бирҙе. Ә үҙҙәре – ҡоролтай рәйесе... Бында инде комментарий урынһыҙ.
Сираттағы командировкала Хәйбулла районының иң төпкөл ауылдарының береһендә ауыл хакимиәтендә ятҡан гәзиттәр төпләнмәһенә күҙ һалам. Республикабыҙ исемен йөрөткән башҡортса баҫма юҡ, сәбәбен һорайым, “урыҫсаһын алдырабыҙ” тигән яуап ишетәм. Әле һаман күп етәкселәр “Башҡортостан” менән “Республика Башкортостан” гәзиттәре араһындағы айырманы күрмәй. Был осраҡта етәкселәрҙән милли гәзит һәм журнал таратыуҙа ярҙам итәсәктәренә ышанырға мөмкинме?!
Күңелде борсоған йәнә бер мәсьәлә тураһында ла әйтеп китмәү мөмкин түгел. Күптәр үҙҙәрен алдаймы, әллә редакция хеҙмәткәрҙәрен күрәләтә төп башына ултыртырға тырышамы, ғәмәлдә иһә бер айға ғына яҙылыуҙары асыҡлана. Байрам итергә, тыуған көндәрҙе билдәләргә аҡса йәлләмәйбеҙ, ә рухи аҙыҡҡа һәр саҡ аҡса табылмай. Шуныһы бигерәк күңелде ҡыра: хатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында милли баҫмаларҙы алдырыусылар аҙ. Башҡа предмет уҡытыусыһы мең һумдан ашыу аҡсаһына үҙенә кәрәкле фәнгә арналған гәзитте алдыра, ә ғәмәлдә шул суммаға республикала баҫылған барлыҡ гәзит-журналға яҙылырға мөмкин.
Йыл тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, шуға күрә бөгөн үк почта бүлексәһенә ашығығыҙ. Баш ҡалабыҙҙа ғына беҙ ғорурланған һәм хөрмәт иткән йөҙҙәрсә зыялыбыҙ йәшәй, улар янына башҡа район һәм ҡала халҡын да ҡушҡанда, меңдәрсә кеше килеп сыға. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле лә. Илебеҙҙә барған болғаныш осоронда үҙ ҡиблабыҙҙы табайыҡ, милли йөҙөбөҙҙө, халҡыбыҙҙы, туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит һәм журналдарҙы һаҡлап ҡалырға өлгөрәйек. Ә иртәгә һуң булыуы ла бар. “Башҡортостан”дың яҙмышы – һеҙҙең ҡулда, ил ағалары, башҡорт зыялылары, милләттәштәр!
Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад