Тәмле сырҙың сере нимәлә?19.12.2012
Тәмле сырҙың сере нимәлә?Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Оло Ыҡтамаҡтағы бер бик уңған, тырыш ғаилә, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡмаһа ла, үтә яҡшы һәм файҙалы шөғөл тапҡан.

Ирле-ҡатынлы Гагик Цолак улы менән Арпик Сопрат ҡыҙы Аветяндар бынан ни бары ике йыл элек кенә Мәсетле районы үҙәгендә асҡан сыр етештереү цехы бөгөн әйләнә-тирәлә билдәлелек яулап та өлгөргән. Уңыш сере ябай: Аветяндар ғаиләһе ҡайнатҡан һәм быҡтырған тиҫтәнән ашыу төр сырҙың һәр ҡайһыһы телде Тәмле сырҙың сере нимәлә?йоторлоҡ татлы, хуш еҫле һәм, әлбиттә, юғары сифатлы.
Билдәле булыуынса, сыр эшләү еңел түгел — айырым бина, яҡшы ҡорамал, тәбиғи сеймал, махсус белгестәр кәрәк. Урын мәсьәләһен Аветяндар тиҙ хәл итә — янғындан һуң ҡаҡ стеналары ғына тороп ҡалған бер бинаны һатып алалар ҙа шуны ипкә килтерәләр. Байтаҡ сығым түгеп, кәрәкле ҡорамал да булдыралар. Сеймалды, йәғни һыйыр һөтөн, нигеҙҙә райондағы Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативынан, ә йәйге миҙгелдә шәхси хужалыҡтарҙан һатып алалар. Белгестәр юҡлығы ла маҡсаттарына ынтылышлы ғаиләне һис өркөтмәй — улар сыр етештереү ысулдарын үҙҙәре үҙләштерә.
Тәмле сырҙың сере нимәлә?Аветяндарҙың цехында йәй — 11, ҡыш дүрт кеше эшләй. Һәммәһе лә эшле, тимәк, ашлы булыуҙарына ифрат ҡәнәғәт. "Байтаҡ ваҡыт эҙләнеү юлында булдыҡ, – тип һөйләй ғаилә башлығы. – Башта үҙем Борай районында төҙөлөш менән шөғөлләндем, бында күсеп килгәс, бер нисә йыл асфальт заводында эшләнем. 2007 йылда Балаҡатайҙа һөт фасовкалау, кефир яһау цехы асҡайныҡ. 2010 йылда, "МолПромСтрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп, сыр етештерә башланыҡ". Эҙләнеп, тырышып, ниһайәт, күңелдәренә ятышлы шөғөл тапҡан Аветяндарҙың, сеймалға бер ни тиклем ҡытлыҡ кисерһәләр ҙә, эштәре уңышлы бара. Улар етештергән сырҙы Мәсетле районында ғына түгел, Өфө, Екатеринбург, Красноуфимск ҡалаларында йәшәүселәр ҙә яратып ала.
Хөриә АБЫҘГИЛДИНА.
Мәсетле районы.


Вернуться назад