Сибай лицейы өлгө күрһәтә18.12.2012
Сибай лицейы өлгө күрһәтәРамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ҡалала иң алдынғылар рәтендә. Уҡытыу кимәленең юғары булыуы, тәртип яғының да яҡшы ҡуйылыуы менән бүтәндәргә өлгө булырлыҡ мәғариф учреждениеһында белемгә ынтылышлы, көслө рухлы балалар тәрбиәләнә. Яҙыусы һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре исемен йөрөткән белем усағында насар уҡыу мөмкин түгел, ти мәктәп уҡыусылары ла, уҡытыусылар ҙа бер тауыштан.

Лицейҙы тамамлаған ҡыҙ һәм егеттәрҙең барыһы ла юғары уҡыу йортона инә. Республикабыҙҙың ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының вуздарына ла юл тота йәштәр. Сығарылыш класындағы 38 бала әленән үк үҙҙәре инәсәк уҡыу йорттарын һайлап ҡуйған.
Уҙған йылда ғына лицей уҡыусылары, ҡала олимпиадаларында ҡатнашып, 52 приз яулаған. Балаларҙың талантын һәр яҡлап асыу, уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хеҙмәт тәрбиәһе биреү маҡсатында мәктәптә төрлө түңәрәктәр уңышлы эшләй. Илшат Баййегетов ойошторған милли көрәш секцияһына уҡыусылар теләп йөрөй. Йәш батырҙар йыш ҡына, ҡала, зона, республика бәйгеләрендә ҡатнашып, үҙ көсөн һынай. Яңыраҡ Тимур Ғәлин — зона буйынса, Илшат Иҙелбаев төбәк-ара беренселектә уңышлы сығыш яһаған. Закир Үҙәнбаев исемендәге бейеү түңәрәге (етәксеһе — Зифа Ибраһимова) — ҡала мәктәптәре араһында иң яҡшылар рәтендә. Лицей бейеүселәре “Байыҡ” телевизион конкурсында, “Еҙ үксә” бәйгеһендә еңеү яулаған.
Коллективҡа Иштуған Ноғоманов етәкселек итә. Уның тәҡдиме менән Сибай мәктәптәре араһында тәүгеләрҙән булып барлыҡ коллектив менән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ойошторолған. Хатта хаҡлы ялдағы хеҙмәттәштәре лә гәзитһеҙ ҡалмаясаҡ.
Абруйлы мәктәп үҙ эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусылары менән дә дан тота. Рәсимә Ҡәйепова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика конкурсында ҡатнашып, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булған. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Байбулатова ла республика бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаған. Быйыл Лилиә Миңләхмәтова Башҡортостан Президенты грантын алған.
Кәримә УСМАНОВА


Вернуться назад