Рәхилә ҒӘЛИМЙӘНОВА, Өфөнөң 77-се почта бүлексәһе почтальоны: – “Башҡортостан” гәзитен 1976 йылдан алдырам. Ул саҡта мин Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында йәшәй инем.
2002 йылда Өфөгә күстек. Баш ҡалалағы 76-сы почта бүлексәһендә туғыҙ йыл почтальон булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Пенсияламын тип ҡул ҡаушырып ултырғаным юҡ, сөнки хеҙмәтемде ныҡ яратам. Яңы дуҫтар таптым. Айырыуса “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҙур ярҙам күрһәтте.
Гәзит һәм журналға яҙылыусылар бихисап, форсаттан файҙаланып, һәр береһен матбуғат байрамына, төрлө мәҙәни сараларға саҡырам. Миңә ышанғандарына, хөрмәт иткәндәренә рәхмәтем сикһеҙ. Ҡайһы бер зыялыларыбыҙ үҙҙәренә генә түгел, туғандарына һәм таныш-белештәренә лә яҙҙыралар. Мәҫәлән, Мәрйәм Бураҡаева, Әхмәт Сөләймәнов, Рәмзиә Хисамова, Зарифа Ҡарабаева, Зинфира Сынбулатова, Өлфәт Ҡобағошов, Лира Яҡшыбаева, Ҡәҙим Аралбаев, Тәнзилә Йәнтүрина, Марат Ҡолшәрипов, Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар милли матбуғатты бигерәк тә әүҙем алдыра.