Тормоштоң бар төрлө мәлдәре...18.12.2012
"ЗАГС" һүҙен халыҡ туй, никах, сабыйҙың тыуыуы кеүек күңелле ваҡиғалар менән бәйләргә күнеккән. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең кеше шатлығын үҙҙәренекеләй күреп, тормоштағы матур мәлдәрҙе байрамға әүерелдерә белеү һәләтенә бәйле. Бөгөн иһә уларҙың үҙҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотларға мөмкин.

1917 йылдың 17 декабрендә совет власы ғаилә нигеҙҙәрен граждандар йәмғиәте институты итеп раҫлаусы декрет ҡабул итә. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә ЗАГС ҙур структураға әүерелә. Идаралыҡҡа йыл һайын 100 меңдән күберәк кеше мөрәжәғәт итә, 50 меңдән ашыу кеше гражданлыҡ хәлен теркәтә, 70 меңдән ашыу процедура үткәрелә.
Идара хеҙмәткәрҙәренең эше ҡағыҙ мәшәҡәте менән генә сикләнмәй, улар ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған саралар үткәрергә лә ваҡыт таба. Ғаилә тормошо юбилярҙарын тәбрикләү, никахты теркәү тантаналары, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған кисәләр ойоштороу республикабыҙҙа күркәм йолаға әүерелде. Ғөмүмән, ЗАГС-та үҙ эшен яратҡан, ижади ҡарашлы кешеләр тупланған.
Халыҡҡа ҡыуаныслы мәлдәрҙе генә күрһәтһәләр ҙә, ЗАГС хеҙмәткәрҙәренә хәсрәтле ваҡиғаларҙа ла ҡатнашырға тура килә. Мәҫәлән, 2012 йылдың 1 декабренә тиклем 31 577 никах теркәлһә, 16 403 ғаилә тарҡалған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, никахтар һаны 2 436-ға кәмегән, айырылышыу осраҡтары, киреһенсә, 93-кә артҡан. 54 640 сабый донъяға килгән — былтырғыға ҡарағанда 3 125-кә күберәк. Шул уҡ ваҡытта 49 126 кешенең үлеме теркәлгән.
Йәмғиәтебеҙ торошон ентекле күҙәткән, һәр кеше тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы түкмәй-сәсмәй теркәп барған идаралыҡтың барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулды. Шул уңайҙан Өфөнөң Конгресс-холында ЗАГС хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.
Н. РАФИҠОВА.


Вернуться назад