Балалар һөйөнәсәк18.12.2012
Дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ мәктәптәренә яңы биш автобус һәм 700 ноутбук тапшырылды. Компьютерҙарҙы нигеҙҙә башланғыс класс уҡытыусылары, шулай уҡ автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында эшләгән педагогтар алды.

Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендәге уҡыу-уҡытыу эше буйынса баш инспектор Светлана Кәримова әйтеүенсә, яңы техниканы файҙаланыу дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш эшмәкәрлектә Интернет ресурстарын әүҙемерәк файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк, федераль дәүләт мәғариф стандарттарын сифатлыраҡ тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәсәк. Өҫтәүенә, уҡыу ҙа ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс буласаҡ.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад