Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте18.12.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән “Бөрйән урман сәнәғәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шоферы Ҡасҡынбаев Фәрит Садиҡ улы, Балаҡатай районындағы һуғыш, хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) йәмәғәт ойошмаһы президиумы секретары Лаврова Вера Степановна, Башҡортостан Республикаһындағы Техник инвентаризация бюроһының Туймазы район-ара филиалындағы Баҡалы территориаль участкаһы начальнигы Нәжмиев Валерий Мәснәүи улы, Октябрьский ҡалаһындағы “ОЗНА” акционерҙар компанияһының производство начальнигы Рейнгарт Владимир Гейнрихович, Шаран районы хакимиәте башлығы Сәмиғуллин Илгиз Мәғдән улы, Бишбүләк районы хакимиәте ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Степанов Евгений Николаевич, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры Усманов Салауат Мөҙәрис улы, Иглин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Йосопов Илгиз Сәлихйән улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре — табип-рентгенолог Әмирова Дилбәр Хәмзә ҡыҙына, ультратауыш диагностикаһы табибы Зельдова Ирина Иосифовнаға, бүлек мөдире, табип-анестезиолог-реаниматолог Плакс Илья Абрамовичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы”, участка шәфҡәт туташы Нурғәлиева Клара Кәшфелбаян ҡыҙына, өлкән шәфҡәт туташы Хөсәйенова Ләлә Риф ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад