Сәләмәт һәм көслө саҡта бер кем дә бәләгә тарырмын, ауырырмын тип уйламай. Бәхетһеҙлектең аяҡ аҫтында ғына икәнен һаулыҡты юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ. Ғүмер буйы хеҙмәттә ҡайнап йәшәгән, әммә сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле тормош ағышынан ситтә ҡалған кешегә ярҙам да, аңлау ҙа, терәк тә бик кәрәк.
Ауырлыҡты еңеү өсөн көрәшеүгә ҡарағанда уны иҫкәртеүҙең күпкә анһатыраҡ икәнен һәр кем белә. Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәрҙең береһе — хеҙмәт урынында бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәргә бәйле сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау — тап ошо ябай хәҡиҡәткә нигеҙләнгән.
Башҡортостан — Рәсәйҙең ҙур һәм ҡеүәтле сәнәғәт төбәктәренең береһе. Кеше һаулығы өсөн хәүефле предприятиелар ҙа етерлек. Төбәк бүлексәһе, страховкалаусы функцияһын үҙ иңенә йөкмәп, бөтә страховка осраҡтарын теркәп, иҫәпкә ала, йәғни эш урынында бәхетһеҙлеккә йәки профессиональ сиргә тарыу һөҙөмтәһендә страховкаланған кешенең һаулығына зыян килгән осраҡ билдәләнгән тәртиптә раҫланғанда, Фонд үҙенең страховка буйынса йөкләмәләрен үтәргә бурыслы. Эш урынында имгәнеү, һөнәри сирҙәргә юлығыу кимәле беҙҙә нисек, бәләгә тарыу осраҡтарын кәметеү буйынса ниндәй саралар күрелә? Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең идарасыһы Марат ЛАТИПОВ менән әңгәмәбеҙ тап шул хаҡта.
— Кешенең именлеген һаҡлау, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеү һуңғы йылдарҙа көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Сәләмәтлектең йәмғиәттең төп ҡиммәтенә
әүерелә барыуы һөйөнөслө, әлбиттә. Марат Мөьмин улы, ошо өлкәлә Фондтың эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ таныштырһағыҙ ине.
— Эйе, кешене производствола имгәнеүҙән һәм профессиональ сирҙәрҙән социаль яҡлау — мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе. Әлбиттә, бындай күңелһеҙлек, бәлә-ҡаза осраҡтарын ҡырҡа кәметеү еңел түгел, шулай ҙа үлем һәм ауыр йәрәхәт алыу осраҡтары аҙая бара. Хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, эш урындарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларға сығым күләме йылдан-йыл арта. 2011 йылда был маҡсатҡа төбәк бүлексәһе бюджетынан 126,5 миллион һум йүнәлтелһә, быйыл 1028 страховкалаусының сығымы 152,04 миллион һум тәшкил итте.
Йыл һайын бүлексәлә сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында сәләмәтлеккә зыян килтерелгән 1400 самаһы осраҡ теркәлә. Ошо йылдың туғыҙ айында 837 бәхетһеҙлек һәм профессиональ сир страховка осрағы тип иҫәпләнде (үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 3,6 процентҡа кәмерәк). Производствола һәләк булыусылар һәм ауыр йәрәхәт алыусылар һаны ла аҙая төштө.
Фажиғәләрҙең сәбәбе, нигеҙҙә, эште ойоштороуҙың түбән кимәленә бәйле. Иң йыш осрағаны — хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу (22,6%-ҡа тиклем), эште тейешенсә ойоштормау (13,2%), юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау (12,9%).
— Эштә зыян күргән кешегә Фонд ниндәй ярҙам күрһәтә?
— Ул закон менән ҡаралған бөтә түләүҙәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Бәләгә ҡалған эшсене йәһәтерәк реабилитациялау маҡсатында сығымдарҙы ҡаплау буйынса ҡарар ҡабул ителә. Бәхетһеҙлек осраҡтарынан мотлаҡ социаль страховкалау ғүмерҙең ошо ауыр мәлендә кешенең тәьмин итеүгә хоҡуҡтарының гаранты булып тора. Төп шарт — осраҡтың страховкаланған хәлдәр исемлегенә инеүе. Зыян күргән кешенең хеҙмәт килешеүе буйынса үҙенең бурыстарын башҡарғанда, эш биреүсе (страховкалаусы) ҡушыуы буйынса заданиеларҙы үтәгәндә йәки уның мәнфәғәтендә ғәмәлдәр ҡылғанда бәләгә тарыу осраҡтары мотлаҡ страховкалана.
Эш урынында сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан, имгәнгән һәм йәрәхәттәр алған страховкаланған кешеләр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие (уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә) ала. Түләүҙәр ауырыу һауыҡҡанға ҡәҙәр йәки профессиональ хеҙмәткә һәләтлеген юғалтыу билдәләнгәнгә тиклем дауам итә.
Бәхетһеҙлеккә тарыған, теге йәки был дәрәжәлә хеҙмәткә һәләтлеген юғалтҡан граждандар страховка түләүҙәрен төбәк бүлексәһенән ала. Бер тапҡыр бирелеүсе һәм айлыҡ страховка түләүҙәре күләме профессиональ һәләтлекте юғалтыу дәрәжәһенән сығып билдәләнә.
Бәләгә тарыған һәр кем өсөн медик-социаль экспертиза учреждениелары тарафынан реабилитация программаһы әҙерләнә. Эшкә һәләтлеге тамам юғалтылған тип билдәләнгән хеҙмәткәрҙәргә, программаға ярашлы, реабилитация сараларына түләүҙәр дауам итә.
Йыл аҙағына ҡәҙәр медицина реабилитацияһы төрҙәренең береһе — шифахана-курортта ял итеүгә 53 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштереләсәк. 1669 кеше путевка менән тәьмин ителде. Дарыуҙар хаҡын ҡаплауға 6,5 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Протездарға мохтажлыҡ кисереүселәр ҙә байтаҡ, быйыл 508 кеше Фондтан алынған йүнәлтмә буйынса үҙен борсоған мөһим мәсьәләһен хәл итте.
Быйыл 300-ҙән ашыу кеше техник реабилитация саралары менән тәьмин ителәсәк. Сығымдар — 1,8 миллион һум. Инвалидтар өсөн махсус автомобилдәр менән
тәьмин итеүсене һайлап алыу буйынса электрон аукцион ойошторҙоҡ. 48 кеше машиналы булды ла инде. Махсус транспорт менән тәьмин итеүҙе 2001 йылда башлағайныҡ, ошо ваҡыт арауығында 821 автомобилде хужаларына тапшырҙыҡ. Фонд бүлексәһе был маҡсатҡа 107,2 миллион һум аҡса тотондо. Бөтә автомобилдәр ҙә милеккә тапшырылған, ҡайһы бер страховкаланған кешеләр ете йыл үткәндән һуң иҫке машиналарын яңыларына алмаштырып өлгөрҙө. Йыл аҙағына тиклем мотлаҡ социаль страховка иҫәбенә реабилитацияның бөтә төрҙәренә 117 миллион һумдан ашыу аҡсаны үҙләштерергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, производствола бәхетһеҙлектән һәм профессиональ сирҙән мотлаҡ социаль страховкалауҙы тәьмин итеүгә 830,7 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
— Иртә реабилитациялау программаһын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән Фондтың эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындыра
— Был программа 2006 йылдың 1 июненән эшләй. Ҡаты имгәнгән, йәрәхәтләнгән ауырыуҙарҙы дауалауға түләүҙәрҙе төбәк бүлексәһе намыҫ менән башҡара. Ошо осорҙа медицина ойошмаларына 30 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелде. Иртә реабилитациялау программаһы әһәмиәтлелеген тулыһынса иҫбатланы.
Маҡсаты изге — кешене нисек тә тиҙерәк әүҙем тормошҡа ҡайтарыу, ауыр йәрәхәттәрҙең эҙемтәләрен кәметеү. Ярҙам ни тиклем иртәрәк күрһәтелһә, һауығыуға өмөт тә шунса ҙурыраҡ. Ошо программаға таянып, медицина учреждениелары дауалауҙың иң тәьҫирле заманса ысулдарын, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамын да һайлау мөмкинлегенә эйә.
Ваҡыт — дауалауҙа иң хәл иткес, мөһим фактор, шуға күрә финанс мәсьәләһенең һауыҡтырыу барышын тотҡарлауына, һуҙыуына юл ҡуйырға ярамай. Былтыр төбәк бүлексәһе тарафынан бәхетһеҙлеккә тарыған страховкаланған хеҙмәткәрҙәрҙе дауалауға тотонолған сығымдарҙы түләү мәсьәләһендә берлектә эшләү тәртибе булдырылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Фонд бүлексәһе һәм "Медик-социаль экспертизаның баш бюроһы" федераль ҡаҙна учреждениеһы менән үҙ-ара килешеп төҙөлдө ул.
Ошо йылдың ун айында призводствола ҡаты имгәнеүҙәрҙең 153-ө страховка осрағы тип табылды һәм медицина ойошмаларына һәр хәл буйынса дауалауға сығымдарҙы түләү мөмкинлеге тураһында хат ебәрелде.
Сығымдың күп өлөшө стационарҙа дауаланыу осорона тура килә (97 %). Иртә реабилитация тураһында һөйләгәндә, беҙ үтә ауыр осраҡтарҙы дауалауҙы күҙ уңында тотабыҙ, йыш ҡына уларҙың нисек тамамланасағын да күҙаллап булмай. Бәләгә тарығандарҙың яртыһынан күберәгенең яңынан хеҙмәткә ҡайтыуы — беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы хәл, тимәк, үрҙә телгә алынған программа һөҙөмтәле, кәрәкле тигән һүҙ.
— Эш урынында бәхетһеҙлек осраҡтарын йәшереп ҡалдырған осраҡтар күҙәтелмәйме?
— Булғылай, әлбиттә. Йәрәхәтләнгән кеше, эшен юғалтыуҙан ҡурҡып, бәләгә тарыуы хаҡында хәбәр итмәҫкә һүҙ бирә, бер тапҡыр бирелгән аҡсалата компенсацияға ризалашырға мәжбүр була. Сирҙең эҙемтәләре хаҡында ул саҡта бер кем уйлап та ҡарамай. Эшләргә көс-ҡеүәт ҡалмағас, даими пособие алыуҙан ҡолаҡ ҡаҡҡас, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итәләр. Был осраҡта хеҙмәт инспекторҙарына ентекле тикшеренеү үткәрергә тура килә. Уның һөҙөмтәһенә таянып, производстволағы бәләгә тарыу осрағы буйынса һығымта эшләнә һәм эш биреүсегә бәхетһеҙлек осрағы тураһында акт төҙөү һәм хеҙмәткәргә тапшырыу бурысы йөкмәтелә. Н–1 формаһындағы документ эш урынында бәләгә тарыу һөҙөмтәһендә сәләмәтлеккә зыян килтерелеү фактын раҫлай, һәм ул хеҙмәткәрҙе страховка менән тәьмин итеү өсөн юридик әһәмиәткә эйә.
Уйланыу өсөн бер миҫал. 2012 йылдың март айында бәләгә тарыусының ғаризаһы буйынса ошо йылдың ғинуарында булған ауыр бәхетһеҙлек осрағы тикшерелде. Октябрьский ҡалаһы предприятиеларының береһендә эшләүсе слесарь эш ваҡытында күҙен зарарлай, әммә был хаҡта бер ҡайҙа ла хәбәр ителмәй.
Тикшеренеүҙәрҙән һуң эш биреүсе дәүләт хеҙмәт инспекторы ҡушыуы буйынса производствола бәхетһеҙлек осрағы тураһында акт төҙөнө һәм хеҙмәткәргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләне. Бәләгә тарыған хеҙмәткәрҙе дауалауға киткән сығымдар Фондтың төбәк бүлексәһе тарафынан ҡапланды.
Икенсе миҫал. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бер предприятие эшсеһе ошо йылдың ғинуар айында бысаҡтар өсөн әҙерләмә ҡырҡҡанда бармағын сәрпәкләй. Асыҡланыуынса, ремонт-механика цехы начальнигы бәхетһеҙлек осрағы хаҡында предприятиеның етәксеһенә һәм хеҙмәт һаҡлау ойошмаһына хәбәр итмәй, күңелһеҙ хәлде йәшереп ҡалдырмаҡсы итә. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса апрель айында эш биреүсе тарафынан бәхетһеҙлек осрағы тураһында акт төҙөлдө һәм хеҙмәткәргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләнде. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексындағы бәхетһеҙлек осраҡтарын тикшереү тәртибен тупаҫ боҙоуҙы хеҙмәтте һаҡлау тураһындағы закон талаптарын һанға һуҡмау тип баһаларға кәрәк. Производствола бәләгә тарыу осраҡтарын йәшерергә тырышҡан, иҫәп алып бармаған, тикшереү үткәреү тәртибен боҙған вазифалы кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла.
— Хеҙмәткәрҙәренең һаулығын даими хәстәрләгән эш биреүселәргә ниндәй ҙә булһа дәртләндереү сараһы күреләме?
— Һис һүҙһеҙ. Төбәк бүлексәһе йыл һайын страховкалаусылар иғтибарына хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын булдырыуға йүнәлтелеүсе ассигнованиелар суммаһын хәбәр итә.
Мотлаҡ социаль страховка средстволары иҫәбенән финансланған сараларҙы һанап үтәйек: зарарлы предприятиеларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыу (медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә дауалау тәҡдим ителгәндә); сертификацияланған шәхси һаҡланыу средстволары һатып алыу; эш урындарын аттестациялау; эш урынында туҙан һәм газ кимәлен нормаға индереү буйынса саралар үткәреү; хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡыу ойоштороу; һаулыҡ өсөн зарарлы һәм хәүефле эштәге хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген даими тикшереү; үтә зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләүсе, түләүһеҙ туҡланыуға хоҡуҡ биреүсе Производство, һөнәр һәм вазифалар исемлегенә ингән эшселәрҙе тәьмин итеү.
Эш биреүселәр производстволағы бәхетһеҙлек осраҡтарынан мотлаҡ социаль страховкалауға йүнәлтелеүсе иғәнәләрҙең 20 процентҡа тиклемен Фондҡа күсермәйенсә, аҡсаны ошо исемлектә ҡаралған сараларҙы үткәреүгә тотона ала.
— Имгәнеү һәм профессиональ сир кимәлен ҡыҫҡартыуға өлгәшкән предприятиеларҙы дәртләндереү саралары күреләме?
— Йәрәхәт һәм бәлә-ҡаза күрһәткестәрен кәметеүгә өлгәшкән, хеҙмәтте һаҡлау буйынса закондарҙы үтәгән, атап әйткәндә, эш урындарына даими аттестация үткәргән һәм хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген хәстәрләгән предприятие страховка тарифына 40 процентҡа ҡәҙәр ташламанан файҙалана. Киреһенсә, тармаҡ буйынса уртаса имгәнеүҙәр кимәле менән сағыштырғанда бәхетһеҙлек осраҡтары артҡан предприятиеларҙа страховка тарифына 40 процентҡа ҡәҙәр өҫтәмә билдәләнә. Быйыл ошондай ташламанан 34 предприятие файҙаланды, ә 302 страховкалаусының һалым йөгө, киреһенсә, ауырайҙы. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына һәм Хеҙмәт министрлығы бойороғона ярашлы, киләһе финанс йылына өҫтәмәләр билдәләү тураһындағы мәсьәлә 1 сентябрҙән дә ҡалмай хәл ителә. 2013 йылға 287 страховкалаусыға өҫтәмә билдәләнгән. Ә страховка тарифына ташлама яһауға ғаризалар 1 ноябргә ҡәҙәр ҡабул ителде.
Үрҙә әйтелгән саралар профессиональ хәүефте кәметеү буйынса эште яҡшыртасаҡ. Страховка системаһын камиллаштырыу һәм хеҙмәтте һаҡлауҙың заманса идара итеү системаһын индереү буйынса етәкселәрҙең әүҙемлеге кеше именлеге хаҡына уңышлы эшләйәсәгенә ышанам. Һәр кемдең тынғыһыҙ эш көнөнән һуң өйөнә имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Марат Мөьмин улы.
Р. КӘБИРОВА әңгәмәләште.