Алдынғылар мәктәбе18.12.2012
Алдынғылар мәктәбеАлдынғы — алдан барыусы ул. Һәр тарафта. Йәшенә, йәшәйешенә, шөғөлөнә ҡарамаҫтан. Алдынғылар тәрән аҡыллы, төплө белемле, юғары мәҙәни кимәлле, бай рухлы, ифрат көслө була. Тормош мәғәнәһен тәрән аңлап, Хоҙайҙың әҙәм балаһына иң оло бүләге — ғүмер ҡәҙерен белеп йәшәй улар. Маҡсаттары яҡты, ынтылыштары изге. Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмайҙар. Үҙ юлын эҙләйҙәр һәм табалар...

Әммә әҙәм балаһының үҙенән-үҙе генә тулы мәғәнәһендә алдынғы шәхес булып үҫеүе икеле. Ундай шәхестәрҙе үҙ эшен яҡшы белгән, яратып һәм бөтә күңелен биреп башҡарған профессионалдар тәрбиәләй. Бының сағыу миҫалы — Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты коллективының эшмәкәрлеге. Был уҡыу йорто тиҫтәләрсә йыл дауамында фәҡәт алдынғы шәхестәр үҫтерә тип әйтеү һис кенә лә хәҡиҡәткә хилаф итеү булмаҫ.
Ҡасандыр республика статусында булған гимназияла уҡыусыларҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Төрлө төбәктән йыйылған 769 бала йылы, яҡты, таҙа, зауыҡлы һәм заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған бүлмәләрҙә белем ала. Улар ҡарамағында – бай китапхана, спорт, тамаша залдары һәм башҡа уңайлыҡтар. Һәр класс бүлмәһендә – компьютер, ике махсус компьютер класы ла бар.
– Яңыраҡ республика Хөкүмәте беҙҙе 18 ноутбук менән тәьмин итте, — ти гимназия директоры вазифаһын башҡарыусы Луиза Мираҫова. – Шуныһы ҡыуаныслы: мәктәбебеҙгә Башҡортостан һәм ҡала етәкселегенең иғтибары даими, ә ярҙамы баһалап бөткөһөҙ». Әйткәндәй, 2006 йылда гимназия алған 1 миллион һумлыҡ грант та бындағы шарттарҙы байтаҡҡа яҡшыртыу мөмкинлеге биргән.
– Дәрестәр инновация ысулдарына ярашлы алып барыла, – тип дауам итә Луиза Риф ҡыҙы. – Өлкән кластар профилле, йәғни өҫтөнлөклө өс төрлө йүнәлеш – социаль-гуманитар, химия һәм биология, физика һәм математика буйынса уҡытыла.
Гимназияла белем биреүҙең юғары кимәлдә алып барылыуын уны тамамлағандарҙың йылдан-йыл юғары йә иһә урта махсус уҡыу йортона инеүе дәлилләй. Былтыр ғына ла Ишембай башҡорт гимназияһын тамамлаусыларҙың 97 проценты Өфө, Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарына ингән, ҡалған 3 проценты махсус урта мәктәптәрҙә уҡый. Был, әлбиттә, коллективтағы 81 уҡытыусы һәм тәрбиәсенең әҙерлеге, тырышлығы, үҙ эшенә мөнәсәбәте хаҡында һөйләй.
– Уҡытыусыларыбыҙҙың һәр ҡайһыһы тураһында яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин, – тип ғорурлана Луиза Риф ҡыҙы. – Ә бына мәғариф отличниктары айырым баһаға лайыҡ. Һүҙем башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева, математика уҡытыусыһы Фәрүәз Әнүәр улы Хәсәнов, физика уҡытыусыһы Айрат Хәкимйән улы Саръянов хаҡында. Уларҙың үҙ эшен бик яҡшы белеүе генә түгел, уны шул тиклем мөкиббән бирелеп, ихлас башҡарыуы, ижади ҡарашы ла бөтәбеҙгә өлгө.
Луиза Мираҫова үҙе етәкләгән XI класс тураһында ла мауығып бәйән итә. “Сығарылыш уҡыусылары менән эшләү бигерәк тә яуаплы. Бында һәр бала – формалашып еткән шәхес. Улар әле үк тормошта алдынғылыҡтың әһәмиәте, шәхестәрҙең республикабыҙ үҫешендәге роле, ил яҙмышы һәм башҡа етди темалар буйынса төплө фекер йөрөтөү ҡеүәһенә эйә”, – ти ул. Хәйер, алдынғылар мәктәбендә тап шулай булырға тейештер ҙә.
Хөриә АБЫҘГИЛДИНА.
Ишембай ҡалаһы.


Вернуться назад