Авария эҙемтәләре бөтөрөлдө14.12.2012
Ошо көндәрҙә Өфөләге йылылыҡ бүлеү магистралендә булған авария һөҙөмтәһендә туғыҙ мең кешегә өйөндә өшөргә тура килгәйне. “Авария эҙемтәләре бөтөрөлдө, бөтә йорттарға ла йылы бирелде”, — тип хәбәр иттеләр “Башҡортостан генерациялаусы компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән.
Бөтәһе 155 объектҡа, шул иҫәптән күп фатирлы 83 йортҡа, ведомство ҡарамағындағы 41 торлаҡ бинаға, шәхси секторға, биш дауалау, ике уҡыу, дүрт балалар учреждениеһына йылы биреү туҡтатылған булған.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад