Ил башлығы менән фекерҙәшбеҙ14.12.2012
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың туғыҙынсы Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекер белдерергә теләүселәр күп. Шуларҙың бер нисәүһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Абдулла ЙӘНОҘАҠОВ, Ғафури районы, пенсионер:
— Президенттың ауыл хужалығын иғтибарға алыуы күңелдә ниндәйҙер өмөт уятты. Юғиһә һуңғы йылдарҙа беҙҙе туйындырған ерҙе, аграр тармаҡты бөтөнләй онотҡайныҡ. Үҙебеҙҙе генә түгел, хатта башҡа илдәрҙе лә туйҙыра алабыҙ, бының өсөн мөмкинлектәр етерлек. Әммә күпме ерҙәребеҙ буш ята...

Йәнбулат БАЙРАҠАЕВ, Баймаҡ районы:
— Һуңғы ваҡытта бәғзе бер әҙәмдәр милли төбәктәрҙе бөтөрөү хаҡында һүҙ алып барһа, Президент Рәсәйҙең күп милләтле дәүләт булараҡ үҫешеүе зарурлығын, һәр халыҡ вәкиленә хөрмәт менән ҡарарға кәрәклеген әйтте. Ысынлап та, илебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк, беҙгә бында йәшәгән барлыҡ милләттәрҙе тигеҙ күрергә, уларҙың мәнфәғәтен, ихтыяждарын иҫтә тоторға кәрәк. Рәсәй үҙенең күп милләтле булыуы менән матур һәм көслө.

Зилә ШАКАЕВА, Силәбе өлкәһе:
— Ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең, чиновниктарҙың үҙ мөлкәтен, аҡсаһын сит илдәргә сығарыуы аптырата. Шуға ла миңә ил башлығының айырыуса коррупция хаҡында һөйләүе, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы, акцияларҙы ситкә ебәреүҙе сикләүҙе закон менән нығытыу идеяһы, Хөкүмәткә тәфтиш органдарының эш алымдарын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушыуы оҡшаны.

Фәнил ЮЛДАШБАЕВ, Ейәнсура районы:
— Мөрәжәғәтнамәлә бик яҡшы тәҡдимдәр яңғыраны: тормош кимәлен яҡшыртыу, миграцияны көйләү, арзан торлаҡ төҙөү, һәр кемгә уңайлы ипотека, яңы эш урындары... Тик был әйтелгәндәр һүҙ генә булып ҡалмаһын ине.
Х. ӘХМӘТОВ яҙып алды.


Вернуться назад