Сәфәр ҡылыу хәйерле14.12.2012
Һижрә календары буйынса һәр йылдың икенсе айы (мөхәррәмдең артынан килгән ай) — сәфәр. Элек ул ғәрәптәрҙә “бернас” тип аталған.

Тарихта шундай ваҡиға билдәле: Ғәдинан ҡәбиләһе, Фернәк батшалығын еңеп, әсирлеккә төшкән һуғышсыларын зинданға яба. Тотҡондар һары ауырыуы менән сирләй башлай. Күптәре һәләк була. Бына шул хәлдән һуң, риүәйәттәрҙә билдәләнеүенсә, йылдағы икенсе айға (элекке бернас айына) “һары” тигән исем бирелә. “Сәфәр” тап ошондай мәғәнәгә эйә.
Был айҙа сәйәхәт ҡылыу хәйерле һанала. Сауҙа маҡсатында юлға сыҡҡан кеше күп файҙа күрә, гонаһтарына тәүбә иткән әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәлә тарафынан ярлыҡана. Ошо ваҡытта өс көн ураҙа тотһаң, Хоҙай донъялыҡтағы малды арттыра, Ҡиәмәт көнөндә әжерен бирә.
Ҡайһы берәүҙәр сәфәрҙе “хәтәр ай” тип һанай, ул мәлдә өйләнешеү хәүефле тип иҫәпләгәндәр ҙә бар. Быларҙың барыһы ла — белмәгәнлектән, аңламағанлыҡтан фараз итеп әйтеү генә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең был айҙа ҡылған сәфәре һәр саҡ шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына килтергән.


Вернуться назад